+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Май 2021, 10:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Тамара ҒӘНИЕВАШИҒРИ КҮСТӘНӘС АЯҠЛЫ ӨЙ Был өйҙөң дүрт аяғы бар, Баҡсаға китә илтеп. Ямғыр яуһа ла, өшөмәй, Кейгән резина итек. Тәҙрәләре, диваны бар, Иҙәне лә бар уның. Һаны ла бар. 12-се. Бик яҡшы белә юлын. Тауыҡ аяҡлы аласыҡ Түгел был, белгең килһә. Автобус йә троллейбус ул — Урамдар буйлап елә.

БӘЛЕШ
Иләктән үткәр оноңдо,
Тоҙ, йомортҡа әҙерлә.
Май ирет, һөтөңдө йылыт,
Баҫ та
Йәймә хәҙергә.
Үпкә, бауыр, эсәк,
ҡарын —
Һәйбәт була бәлешкә.
Һуған, борос, картуф,
кишер,
Шунан һурпа йәтешлә.
Табаңды йылыт та
Майла.
Семәрлә бәлеш өҫтөн.
Мейесеңде томалап ҡуй
Парланып ҡына бешһен
Хужабикә йөҙөн нурлай
Табынды ҙурлай бәлеш
Өйрән, ҡыҙым,
Бындай һөнәр —
Өлөшкә төшкән көмөш.
Читайте нас: