Данлы еңеү менән ҡайтырмын
Бик күп йөрөнөм, оҙон юлдар үттем,
Тауға мендем, тауҙан төштөм мин.
Төрлө яҡтың һауаһын һуланым мин,
Төрлө йылға һыуын эстем мин.
Бөтә ере йәмле ватанымдың
Бөтә урыны йәнгә яғымлы…
Ә шулай ҙа үҙем тыуып-үҫкән
Ағиҙелкәй буйын һағындым.
Ағиҙелем…
Тирә-яғы уның зәңгәр урман,
Шаулап үҫә унда ҡамыштар.
Үҫә уның иркен ҡырҙарында,
Тулҡынланып, бойҙай, арыштар.
Сәскә ата унда алмағастар,
Бешә унда татлы емештәр.
Йәшәй унда минең йән һөйгәнем,
Йәшәй унда минең дуҫ-иштәр.
Йәшәй унда минең ике балам,
Йыуанысы булып күңелдең…
Бик һөйәм мин Ағиҙелкәй буйын,
Бик һөйәм мин Урал — илемде.
Был һөйөүем минең йөрәгемде
Күрә алмаусылыҡҡа өйрәтте.
Был һөйөүем минең
Дошмандарға
Нәфрәтемдең утын дөрләтте.
Нәфрәт менән,
Ярһыулы асыу менән
Дошманымды ҡанға батырҙым.
Көт һин мине, гүзәл Ағиҙелкәй,
Данлы еңеү менән ҡайтырмын.
1943