-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Май 2021, 09:05

БӘЛӘСНИК

БӘЛӘСНИК (ХИКӘЙӘ)Гөлнур ЯҠУПОВАБалалар баҡсаһына Салауат бик әүәҫ йөрөй. Сөнки уны яғымлы тәрбиәсе апайҙары, дуҫтары, төрлө уйынсыҡтар көтөп тора. Шулай ҙа бер көн ул баҡсанан ҡасып ҡайтты. Нишләп, тиһегеҙме? Балаларға прививка яһарға тейештәр ине. Беләһегеҙ бит инде, һеҙ ауырымаһын, ҙур үҫһен өсөн врачтар укол һала. Шул уколдан ҡасты Салауат. Өйҙә өләсәһе генә, тәҙрә эргәһендә бейәләй бәйләп ултыра ине. — Бәй, нишләп улай иртәләнең? Әсәйең һине үҙе алып ҡайта торғайны бит, - тип аптырап китте ул. — Мин уколдан ҡурҡам, - тип Салауат илап ебәрҙе.

— Эй, себен теймәҫ сер итер,бәләсник икән, ә үҙе данлыҡлы батыр исемен йөрөтә, - тине өләсәһе, башын сайҡап. Әммә оҙаҡ асыуланманы, шунда уҡ көрөшкәгә һөт һалып бирҙе, тупылдатып һөйөп алды:
— Һәүкәшкә һаулыҡ телә, йәме. Көн дә тәмле һөт алып ҡайтһын беҙгә.
— Бөтә теләктәр ҙә ҡабул буламы ул, өләсәй?
— Була, ысын күңелдән генә теләргә кәрәк. – Шулай тине лº Өләсәһе ишек алдына сығып китә.
— Теләйем, теләйем, - тип ҡабатларға тотондо Салауат, - ауыртыуҙы белмәгән малай булырға теләйем. Ауыртмаһа, мин уколдан да ҡурҡмаҫ инем, ауырта шул!
Шул саҡ үҙенән-үҙе гөлт итеп телевизор тоҡанды ла, унда аяƒын б¿клºп,мут šараш менºн šарап ултырƒан үҙе бер šарыш, hаšалы меœ šарыш бабай пәйҙә булды. Беләһегеҙме уны? Эйе, әкиәттәге сихыр-тылсым эйәһе ул.
— Ауыртыуҙың нимә икәнен дә белмәгән малай булғың киләме? – тип һораны бабай,телгº килеп.
Салауат баш ҡаҡты.
— Улайһа, бына мин һиңә бер бөртөк һаҡалымды йолҡоп бирәм: уны утта яндырһаң, теләгеңә ирешерһең.
Тылсым эйәһе Салауатšа һаҡалын тоттороуы булды, телевизор ҙа һүнде.
Малай йүгереп тышҡа сыҡты, усына йомған теге һаҡал бөртөгөн аласыҡтағы утҡа ырғытты. Ялт-йолт итеп йәшен йәшнәне, күк күкрәне, аяҡ аҫтында ер һелкенгән кеүек булды. Малай һакал бөртөгөн кире алайым тип ҡулын утҡа тыҡты. Ҡулы бер тамсы ла ауыртманы? Дөрләп янған утындарҙы тотоп-тотоп ҡараны, көлдө бутаны, ләкин бер нәмә лә тапманы. ...
— Нимә булды, ә, һауыт-һабаны төшөрөп ваттыңмы? – тип хафаланып килеп еткән өләсәһе ейәненә ҡарап шаҡ ҡатты. Күлдәгенең еңе янған, бармаҡтары утта бешеп күберсегәйне малайҙың, Ә үҙе иларға уйламай ҙа, сөнки бер ниндәй ҙә ауыртыу тоймай.
— Әһә, алдамаған икән мине ҡарт, алдамаған! – тип һикергеләне Салауат, һөйөн¿сөнән нишләргә белмәй.
Шунан башланды ауыртыуҙы белмәгән малайҙың мажаралары. Көндәрҙән бер көнд¿ атаһына эйәреп умарталыҡҡа барғайны: бал ҡорттары, һырып алып, саға башланы. Атаһы өйрәткәнсә, сәбәләнмәй генә ҡасырға кәрәк ине лә, ауыртыуҙы һиҙмәгәс, Салауат ҡорттан сағылып тик торҙо. Ахырҙа бөтә тәне шеште, күҙе томаланды, һуштан яҙҙы. Врач апай укол һалып, дарыу эсереп, саҡ ҡотҡарып ҡалды үҙен. Икенсе юлы табанына быяла ингәнен һиҙмәй, уйнап тик йөрөнө. Сатанлай башлағас, әлеге лә баяғы врач апай шешкән урынды ярып, быяланы алып, дарыулап бәйләп ҡуйҙы.
Шулай тағы бик күп бәләләргә юлыҡты Салауат, имгәнеп бөттө, әллә нисә тапҡыр саҡ үлмәй ҡалды. Уның өсөн ҡурҡа башлаған ата-әсәһе малайҙы баҡсаға йөрөтмәй, уйнарға сығармай башланы. Өйҙә лә аяғын-ҡулын бәйләп тоторға булдылар. Йә самауырҙың быуына бешә, йә эҫе тимер мейестең торбаһын барып тота, ауыртыуҙы белмәгәс ни, эҫене-һыуыҡты ла айырмай шул.
Оҙон көн буйы әсир һымак ултырыу малайҙың ныҡ эсен бошорҙо. Азамат ағаhы ла көн буйына тышта йөрөй,әле ата-әсәhенә ярҙамлаша,көсөнән килгәнсә,әле тиҫтерҙәре менән уйнарға йүгерә. Салауатҡа нишләргә?
Ҡыш та етте, ана, тиңдәштәре сыр-сыу килеп ҡар бәрешеп уйнай, кинәнеп сана шыуа. Эй, күҙе ҡыҙа…
— Сихырсы бабай, зинһар, ҡотҡар!Тылсымыңды кире ал, бабай! – тип һөрән һалып, тылсым эйәһен саҡырырға тотондо ул бер көндә. Ҡапыл шылт иткән тауыш ишетелде лә, теге ваҡыттағы кеүек, гөлт итеп экран тоҡанды. Унда, аяҡтарын бөкләп, аҡ һаҡаллы ҡарт ултыра ине.
— Уйла, малай, уйла, элекке хәлеңә ҡайтһаң, бөтә ауыртыуҙы ла тойоп торасаҡһың, - тип киҫәтә башланы ул. – Һин бит илаҡ, бәләсник, уколдан да ҡурҡаһың.
Ә Салауат бит инде үҫкән малай хәҙер, оҙаҡламай мәктәпкә уҡырға барасаҡ. Ул үҙенең әлеге хәленең бигерәк тә яман икәнен аңлай. Ауыртыуҙы белмәгән кеше үҙен һаҡлай ҙа, аяй ҙа алмай, уның ғумере гел ҡурҡыныс аҫтында. Бына бит, шундай булғаны әсән дә уны бәйләп ҡуйҙылар.
— Уйланым, тылсымсы бабай, зинһар, мине элекке хәлемә ҡайтар инде! – тип инәлде Салауат,мут йылмайып,hаšалын биленº урап ултырƒан ºкиºт бабайына.
— Ярар, - тине үҙе бер ҡарыш,hаҡалы мең ҡарыш ҡарт, - тылсымдан баш тартаһың икән, ихтыярың. – Мә, тағы бер бөртөк һаҡалымды өҙөп бирәм һиңә, әүәлгесә утҡа ташла, ни булғанын үҙең күрерһең.
Салауат усын асып ҡараны. Унда бөгәрләнеп кенә ап-аҡ һаҡал бөртөгө ята ине. Малай шылышып мейес эргәһенә барҙы ла бәйле ҡулдары менән үрелеп плитә ҡапҡасын асты һәм һаҡал бөртөгөн утҡа ташланы. Ҡурҡыныс шартлау ишетелде, ялт-йолт йәшен йәшнәне. Салауат әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә ҡулын уттан тарта һалып алды. Плитәнең ҡапҡасын ябайым тип тә бармаҡ битен бешерҙе. Ҡайһылай әрнеп ауырта икән дә ул бешкән урын? Әммә малай күҙ йәшен сығарманы. Ул үҙенең ҡурҡыныс тылсымдан ҡотолоуына бик шат ине.
Читайте нас: