-3 °С
Ҡар
Әсәйем
Әсәйем ҡоймаҡ ҡоя –
Еҫе өйгә таралған.
Әле генә көтөү ҡайтты,
Өлгөргән ни арала?!
Әсәйҙәрҙең ҡулдарынан
Сәскә еҫе тарала.
Уның һәр бер хәрәкәте
Шиғыр булып ярала.
Әсәйҙәрҙең һәр бер һүҙе
Йәнгә майҙай яғыла.
Иң матур әкиәтеңде
Һөйлә, әсәй, тағы ла.
Гүзәлиә Шакирова, Дәүләкән районының Мәкәш мәктәбе уҡыусыһы.