+10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Май 2021, 09:05

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНАБәләкәй айыу балаһы (Әкиәт) Бик күп йылдар элек, әле беҙҙең атайҙарыбыҙҙың аталары бала саҡта, йәшәгән ти бәләкәй генә, шат күңелле айыу балаһы.Ул бик һимеҙ булған ти, тик быға бер ҙә борсолмаған. Йылмайып, көлөп, шатланып йәшәгән һәм күңелле йырҙар йырлаған:Мин бик бәләкәй айыу,Ашарға ныҡ яратам.Ҡорһағым тулғас ҡына,Һикемә менеп ятам.Йоҡларға ятыр алдынан бер батман бал, йөҙ шоколад ашап, һуңынан бер биҙрә татлы һыу эсеп ҡуйған. ...

....
Йоҡлағанда уға көндә бер үк төш ингән. Төшөндә уны кемдер ҡытыҡлай икән. Башта саҡ ҡына, ә һуңынан нығыраҡ, нығыраҡ…Был уның тәмле йоҡоһона бик ҡамасаулаған. Шул сәбәптән бәләкәс айыу балаһы әйләнеп- әйләнеп , һикеһенән йыш ҡына йығылып төшөр булған.
Бахыр айыу бер нимә лә уйлап сығара алмағас, яҡындағы имән ҡыуышында йәшәгән, аҡыллы Өкөгә кәңәшләшергә киткән. Ул уҡый, яҙа, хатта һанай ҙа белгән.
Бәләкәс айыу Өкөгә көндә бер төрлө төш күреүен, көлөүөн, иҙәнгә йығылып төшөүөн, күршеләренә ҡамасаулауын һәм шул сәбәпле килеп тыуған башҡа бик күп уңайһыҡлыҡтар тураһында теҙеп һөйләп биргән. Йоҡоһо тыныс булһын өсөн нимә эшләргә кәңәш тә һораған.
Өкө фекерен туплап ары үткән, бире үткән, шунан өйөнән ҡалын китабын сығарып бер аҙ күҙ йүгерткәндән һуң:
- Ашағанда өҫтәл артына ултырып ашайһыңмы?- тип һораған айыуҙан.
-Юҡ, мин ятып ашарға яратам,- тигән айыу.
- Шулай тип уйлаған инем дә,- тип теҙеп алып киткән өкө. Йоҡлаған урыныңа аҙыҡ валсыҡтары ҡойола һәм йоҡлағанда тәнеңде ҡытыҡлай, аңланыңмы?
- Аңланым ,- тип башын ҡаҡҡан айыу балаһы.
-Йоҡо алдынан бер биҙрә баллы һыу эсеү ҙә ярамаған эш . Бер сынаяҡ та етеп тора ул ,- тип матур кәңәштәр биргән Өкө айыуға һәм өҫтәгән:
- Беләһең килһә, мин төнгөлөккә бөтөнләй ашамай ятам. Ашҡаҙаным ял иткәс йоҡом да тыныс, төштәремдә буталмай.
Айыу бәләкәй булһа ла бик тыңлаусан, аҡыллы булған. Ололарҙың һүҙенә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалып, йәшәргә өйрәнгән һәм икенсе төрлө йырҙар йырлаған:
Мин бик аҡыллы айыу,
Ашарға бик яратам.
Йоҡом тыныс булy
Ашамайынса ятам.
Хәҙер бәләкәй айыу ҙу-ур булып үҫкән ти. Үҙенең бәләкәстәренә, ҡасандыр Өкөнән өйрәнгәнен, үҙе белгәндәрен өйрәтә икән. Үәт, һин дә бәләкәс айыу кеүек тыңлаусан һәм аҡыллы бул, йәме!
Читайте нас: