-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Май 2021, 12:07

ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ ТУҒАН ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕРГӘ ХОҠУҒЫ БАР!

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

♦ Рәсәй биләмәһендә 160 милләт йәшәй, уларҙың һәр береһенең үҙ теле, тарихы, мәҙәниәте һәм үҙ йолалары бар.
♦ Рус теле илебеҙ территорияһында дәүләт теле тип танылған. Был милләт-ара аралашыу телен Рәсәй территорияһынды йәшәгән һәр кем белергә тейеш.
♦ Рәсәй халҡының башҡа телдәре – уның үҙенсәлекле мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, РФ Конституцияһында уларҙы өйрәнеү хоҡуғы беркетелгән.
♦ “Мәғариф тураһында” Федераль закон мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, башланғыс һәм урта белем биреү мәтәптәрендә әсә телендә белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.
♦ Уҡырға барғанда белем телен һайлау ата-әсә йәки баланың законлы вәкилдәре ғаризаһы буйынса ирекле ғәмәлгә ашырыла.
♦ Мәғариф ойошмаһы ата-әсә ғаризаһы буйынса туған телде өйрәнеүҙе тәьмин итмәһә, күҙәтселек органдарына мәрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: