+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Май 2021, 09:05

МЕЙЕС ӘБЕЙ

Әлфиәнең тиҙерәк үҫкеһе, бөтә нәмәне белгеһе килә. Шуғалыр төпсөнөргә ярата, төрлө һорауҙар биреп, өлкәндәрҙе йөҙәтә. Яңыраҡ ул бер ғәжәп нәмәгә иғтибар итте: баҡһаң, ауылдың күп кенә кешеләренең исеме генә түгел, йәнә ҡушаматы ла бар икән. Бына уның өләсәһен, мәҫәлән, Мейес әбей тип йөрөтәләр. ...

Күрше Зөлфиә инәйҙе Көләкәс тиҙәр, ул, ысынлап та, гел көлөп кенә тора, шуғалыр. Баҡса арты Хатип бабайҙы Ялтас тип йөрөтәләр, сәсе ҡойолоп, башы ялтырап торғанғалыр. Ә өләсәһенә ни өсөн Мейес әбей тигән ҡушамат тағылған — аңлай алмай Әлфиә. Ҡарап-ҡарап ҡуя, тик бер ҙә уны мейескә оҡшатмай. Бер көндө шулай берсә түр яҡта бәүелә-бәүелә он иләп торған ҡаҡса кәүҙәле өләсәһенә, берсә ярты бүлмәне биләп ултырған оло мейескә оҙаҡ ҡына текләп торҙо ла әсәһенән һорай ҡуйҙы:
— Әсәй, ниңә өләсәйемдән Мейес әбей тип көләләр ул?
Яратып әйтәләр уны, көлөп түгел,— тине әсә¬һе.— Өләсәйең мейес менән бер туған һымаҡ бит ул.
– Нисек инде бер туған?— Әлфиә тамам аптыраны был һүҙгә.
– Ә һин ашыҡма, күҙәт, үҙең дә күрерһең, аңлар¬һың быны...
Иртәгәһенә, көн боҙолоп, ямғыр яуып ебәрҙе. Көндәр һыуыта, көҙгә тарта башлағайны шул. Тышта — бысраҡ, өйҙә — һыуыҡ, ҡотһоҙ. Бесәй ҙә мырау¬лап Әлфиә эргәһенә килеп һыйынды, ул да өшөйҙөр инде. Шул саҡ өләсәһе утын күтәреп килеп инде.
— Оло мейескә яғып ебәрәйем,— тине ул,— икмәк һалайым, өй ҙә йылыныр.
Күп тә үтмәй усаҡта сытырлап ут тоҡанды, өйгә йәм инде. Өләсәһе ҡамырҙы йомарлаҡлап табаларға һалды. Ә утын янып бөткәс, күмерҙе алғараҡ тартып, табаларҙы мейескә ҡуйҙы. Өй эсенә тәмле икмәк еҫе таралды.
Әлфиә тағы ла бер мейескә, бер өләсәһенә ҡарап алды.
Читайте нас: