— Сихырсы бабай, зинһар, ҡотҡар!Тылсымыңды кире ал, бабай! – тип һөрән һалып, тылсым эйәһен саҡырырға тотондо ул бер көндә. Ҡапыл шылт иткән тауыш ишетелде лә, теге ваҡыттағы кеүек, гөлт итеп экран тоҡанды. Унда, аяҡтарын бөкләп, аҡ һаҡаллы ҡарт ултыра ине.
— Уйла, малай, уйла, элекке хәлеңә ҡайтһаң, бөтә ауыртыуҙы ла тойоп торасаҡһың, - тип киҫәтә башланы ул. – Һин бит илаҡ, бәләсник, уколдан да ҡурҡаһың.
Ә Салауат бит инде үҫкән малай хәҙер, оҙаҡламай мәктәпкә уҡырға барасаҡ. Ул үҙенең әлеге хәленең бигерәк тә яман икәнен аңлай. Ауыртыуҙы белмәгән кеше үҙен һаҡлай ҙа, аяй ҙа алмай, уның ғумере гел ҡурҡыныс аҫтында. Бына бит, шундай булғаны әсән дә уны бәйләп ҡуйҙылар.
— Уйланым, тылсымсы бабай, зинһар, мине элекке хәлемә ҡайтар инде! – тип инәлде Салауат,мут йылмайып,hаšалын биленº урап ултырƒан ºкиºт бабайына.
— Ярар, - тине үҙе бер ҡарыш,hаҡалы мең ҡарыш ҡарт, - тылсымдан баш тартаһың икән, ихтыярың. – Мә, тағы бер бөртөк һаҡалымды өҙөп бирәм һиңә, әүәлгесә утҡа ташла, ни булғанын үҙең күрерһең.
Салауат усын асып ҡараны. Унда бөгәрләнеп кенә ап-аҡ һаҡал бөртөгө ята ине. Малай шылышып мейес эргәһенә барҙы ла бәйле ҡулдары менән үрелеп плитә ҡапҡасын асты һәм һаҡал бөртөгөн утҡа ташланы. Ҡурҡыныс шартлау ишетелде, ялт-йолт йәшен йәшнәне. Салауат әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә ҡулын уттан тарта һалып алды. Плитәнең ҡапҡасын ябайым тип тә бармаҡ битен бешерҙе. Ҡайһылай әрнеп ауырта икән дә ул бешкән урын? Әммә малай күҙ йәшен сығарманы. Ул үҙенең ҡурҡыныс тылсымдан ҡотолоуына бик шат ине.