-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Май 2021, 09:05

ҠОЯШЛЫ ЯҘ

ЯҘ Аҡ биләүҙән сыҡҡан сабыймы ни Тәбиғәттең әлеге мәле! Ер-Әсәнең наҙлы ҡосағында Иркәләнеп үҫәһе әле... Күҙ йәштәре даръя булып аҡһа- Мөлдөрәмә тула йылғалар! Илап туйғас, бер йылмайып ҡуйһа- Яҡтырып та китә донъялар! Бөрө-күҙен аса тал-сыбыҡтар, Морон төртә йәшел үләндәр... Яландарға,баҫыу -ҡырҙарына Шифалы дым бөркөр үҙәндәр... Ҡошҡайҙарҙың моңло ауаздары Сафлыҡ өҫтәй беҙҙең күңелгә. Ошо тамашаны хайран итеп Умырзая сыҡҡан күрергә... (М.Бикәнәсова)

ҠОЯШЛЫ ЯҘ
Шишмә аға сылтырап,
Нәфис талдар шаулаша.
Яҙ килгәнгә сыйырсыҡтар
Ҡыуанышып һайраша.
Аҡ умырзая болонда
Күкрәп сәскә аталыр.
Яҙҙы ҡотлап, йырсы ҡоштар
Йылы яҡтан ҡайталыр.
Ал ҡояштан бөтә ергә,
Йылы нурҙар һибелә.
Аҡ ҡайындар сағыу йәшел
Бәрхәт еләнен кейә
(А.Айытҡолова)
1
Читайте нас: