Бәй, күлдәге лә ярамай, сандалиҙары ла. Ҡыҙыҡай ашамағас ныҡ ябыҡҡан да, был кейемдәре ҙу-у-ур ти үҙенә. Гөлнәзирә кире бәләкәсәйә башлаған бит! Эштән ҡайтҡан атаһы: «Бәй, ҡыҙым, ҡустың һымаҡ бәпескә әйләнеп бараһың түгелме”? – тигән.
Гөлнәзирәгә һөт эсә торған шешә һатып алғандар. Бәпестәр ашамай, һөт кенә имә бит, эйеме? Бәпәйгә әйләнгәс уға йәнһүрәт ҡаратмағандар, сумочкаһы, помадаһы ла булмаған. Һөт имә лә йоҡлай, имә лә йоҡлай, ти.
Бер заман бәпес Гөлнәзирәнең тиҙерәк ҙур үҫкеһе килә башлай. Атаһы һымаҡ! Был теләген әсәһенә әйткән. Әсәһе мин бешергән витаминлы ризыҡтарҙы ашаһаң – ҙурайырһың тигән.” Ә нимәләрҙә витамин бар һуң? Тортта бармы?” – тип һораған ҡыҙыҡай. «Юҡ, ҡыҙым. Бәпестәрҙе үҫтерә торған витаминдар иттә, кәбеҫтәлә,кишерҙә,сөгөлдөрҙә, сырҙа, бутҡаларҙа, емештәрҙә бар. Ә татлы тәмлекәстәр теште һыҙлата”.
Гөлнәзирә кухняға йүгереп сыҡҡан да “бисмилла” әйтеп,ҡалаҡты уң ҡулы менән генә тотоп ҡыҙыл ашты (борщ) күп итеп ашай. Итен дә ҡалдырмай, ти хатта. Туйғас, өләсәһе кеүек «әлхәмдүлилләһ” тип ҡуя. Рәхмәт, ошондай ризыҡтар булғанға, эйеме? Ҡайһы бер балаларҙың бер бәләкә-әс кенә икмәге лә юҡ бит.
Гөлнәзирә көҙгәгә барып ҡараһа - матур ғына һыуһылыу һымаҡ булып киткән икән! Сәстәре оҙон, ап-аҡ тештәре йымылдап тора. Күлдәге лә, туфлиҙары ла тап-таман ти үҙенә! Ишек шаҡығандар. Барып асһа - өс ҡурсағы ла етәкләшеп ҡайтҡан. Һағындыҡ ошо матур апайыбыҙҙы тип ҡосаҡлап алғандар, ти. Ҡәләмдәре лә диван аҫтынан туптырлашып килеп сыҡҡан. Ә эштән ҡайтып ингән атаһы киләһе ял сана шыуырбыҙ, катокка ла барырбыҙ, тип ҡыуандырған, ти.