Ә ишек алдында тормош ҡайнай. Йорт ҡоштары араһында абруй ҡаҙанған күркә, һауалы ғына ҡарап, тирә-яҡты байҡай.
Табаҡ тирәләй теҙелдек, — тип сыбарҡайҙарын ашарға саҡыра.
Ҡайҙалыр ҡаҙҙарҙың “яр” һалып ҡаҡылдаған тауыштары ишетелде. “Нимә булды икән?”, — тип өләсәй шул яҡҡа йүнәлде. Баҡтиһәң, тегеләр өсөһөнә бер бәпкә эйәртеп ҡағына-елпенә һарыҡайҙарҙы ҡурҡытып маташа:
— Ҡаҡ ҡаҡ-ҡаҡ-аҡ, ҡаҡ-ҡаҡ-аҡ
Емдәре күп — бер таба-аҡ!
Беҙҙең дә бит бар тама-аҡ,
Ашар инек ҙур ҡаба-аҡ! — тип көнләшеп ыҫылдайҙар.
— Быйыл ҡаҙҙан уңманым, ҡушып ебәрергә бәпкәләр һатып алғайным да, суҡып ситләтәләр, — тип көрһөндө өләсәй, “ҡаҡайҙарҙы” йылғаға ҡыуалап. Ә үҙе: “Көртләп йөрөгән тауыҡ та, гөргөлдөк күркә лә, хатта ҡаҙҙар ҙа — улар бит ишек алды күрке. Шуларға алданып көн үткәне лә һиҙелмәй”, — тип ихлас һөйөндө.
Бына шул күркәмлеккә йәм өҫтәп һары томшоҡтар бәпембә араһында һис бер ғәмһеҙ үлән йолҡто...