+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Май 2021, 09:05

РАКЕТА. ХИКӘЙӘ

РАКЕТАМиҙхәтте әсәһе өй башына мендереп ебәрҙе лә:- Ҡара уны, шым ғына ят! –тип киҫәтте. Кәрниздәге ярыҡтан шым ғына ҡарап ята торғас, йоҡлап киткән. Уны өй алдына килеп туҡтаған машина тауышы уятты. Ярыҡтан ҡараны, ағаһы ҡайтҡанын күреп, йөрәге “дөп – дөп” тибә башланы. Уның йөрәк тибешен ағаһы ла ишетәлер төҫлө, ҡурҡышынан тын да алмай,өй ҡыйығына нығыраҡ һыйынды. Ҡурҡырға урыны бар шул Миҙхәттең. Бына ағаһы уны эҙләп табыр ҙа «кәрәген» бирер.Ағаһы Фаил ракета войскаһында хеҙмәт итеп, матур һалдат формаһында быйыл армиянан ҡайтты. Уның формаһы

үҙенә килешеп тора, кәүҙәһен туп-тура тотоп, һалдаттарса төҙ баҫып бер урамдан үтһә, һоҡланмаған кеше ҡалмай. Миҙхәт ағаһының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, уға һоҡланып туйманы. Тиҫтерҙәре алдында уның менән ғорурланды, уныңса ҡыланырға, уға оҡшарға тырышты. Ағаһы үҙе менән серле ҡумта алып ҡайтҡан ине, бер кемгә лә күрһәтмәй, алып ҡуйҙы.
Армиянан ҡайтып оҙаҡ та торманы, эшкә саҡырып алдылар, әле колхозда шофер булып эшләй. Миҙхәт бишенсе синыфты тамамланы, алтынсыға күсте. Әле каникул ваҡыты, йәйҙең иң ҡыҙыу мәле, бөтә кеше эштә,бесән әҙерләй. Ул да бесән әҙерләшә, салғы тотоп бесән сапмаһа ла тырмалап йөрөй, күтәрем яһап, күбәгә һалыша. Уларға бергәләшергә, тип ҡаланан апаһы ҡайтты. Бөгөн уның кире китергә ваҡыты еткәс, бесән әҙерләп оҙаҡ йөрөмәнеләр, пакуйҙағы кипкән бесәнде күбәләп бөттөрҙөләр ҙә, ҡайтырға йыйындылар. Әсәһе, апаһын автобус туҡталышына оҙата китте. Миҙхәт өйҙә бер үҙе генә ҡалды. Көн салт аяҙ, томора эҫе. Тәҙрәнән ҡараны, кеше-ҡара күренмәй, урам буйы буп-буш, көнө буйы уйнап йөрөгән балалар ҙа ҡайҙалыр киткән, моғайын йылға буйында һыу инәләрҙер. Был эҫелә иң рәхәте шунда инде, саптыр-соптор шаярышып, уйнап, малайҙар ашауҙы ла оноталар. Миҙхәт ҡайҙа барырға, нимә менән шөғөлләнергә белмәйенсә йөрөнө лә, ҡабат өйгә керҙе, йылға буйына китергә тип, йыйына башланы. Шкафты асып ебәргәс, уның күҙе өҫтә ятҡан ҡумтаға төштө. Ул ишекте элде лә, ҡумтаны алып ҡарарға уйланы, сөнки күптән ҡыҙыҡһынып йөрөй ине.
- Бөгөн самай уңайлы ваҡыт, өйҙә бер үҙем генә, - тип уйланы. Нимә булыр икән унда? Ул ағаһынан шөрләһә лә, ҡыҙыҡһыныуы еңде, шкафты асып, серле ҡумтаны ҡулына алды, өҫтәлгә һалды, аса башланы. Ҡумтаһы тиҙ генә асылды, уның эсенән оҙонса тартма килеп сыҡты. Был минутта Миҙхәт үҙен разведчик Штирлиц һымаҡ хис итә ине.
-Ох, ракета!- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Күҙҙәре осҡонланып яна, йөрәге дөпөлдәп тибә башланы, әйтерһең дә ул һалдат-ракетчик, дошманға ҡаршы ут аса. Ҡабаланып ракета һауытының ҡапҡасын асты, унда тағы тартып асыр өсөн ҡуйылған, туңәрәк әйбер күренде, уны тегеләй ҙә, былай ҙа тартып ҡараны, тартып ала алманы. Уның ҡыҙыҡһыныуы шул саҡлы көслө, бер ни ҙә туҡтата алмаясаҡ. Аптырағас ҙур ғына осло беҙ табып, шуның менән соҡой башланы. Соҡона торғас… саҡ артына ауып китмәне. Тартма эсенән ут килеп сыҡты ла, йәшен утылай, шажылдап түбәнән, иҙәнгә, бер стенанан икенсе стенаға бәрелеп өй тултырып оса башланы. Ут тейгән урындар янып ҡарайып ҡалды, өй эсе яман еҫ менән тулды. Әйтерһең дә һуғыш яланының уртаһында ҡалды. Ракета тегендә – бында осоп йөрөнө - йөрөнө лә, көсө бөткәс карауатҡа барып төштө, матрас яна башланы. Миҙхәт ҡурҡышынан өҫтәл аҫтына кереп киткән ине, ут туҡтағас тышҡа сығып йүгерҙе лә:
Пожар! Пожар! – тип ҡысҡырырға тотондо. Уның тауышын бер кем дә ишетмәне, күршеләре лә өйҙә юҡ, сөнки уттай ҡыҙыу эш ваҡыты, бөтә кеше ҡырҙа бесән әҙерләй. Ул кире өйгә йүгерҙе, соланда ике биҙрә яңы ғына килтерелгән таҙа һыу ултыра ине, «әсәйем асыуланыр» – тип, уға ла теймәне. Матрас быҫҡып яна башлаған, өй эсе төтөн менән тулған. Миҙхәт ни эшләргә белмәйенсә тағы сығып йүгерҙе, урамда ла бер кеше лә күренмәне.
- Өйөбөҙ янып китһә, ҡайҙа йәшәрбеҙ? Уттың нисек сыҡҡанын барыбер беләсәктәр, ни эшләргә? Ракета янына яҡын барһа, ул шартлап китһә, Миҙхәт үҙе лә янып үлерме икән? Ҡарап тороп өйөн яндырһа бер кем дә уның башынан һыйпамаҫ, үлһә лә, батырлыҡ эшләп үлер. Уның күҙ алдынан Бөйөк Ватан һуғышында ут эсенә инеп, батырлыҡ күрһәткән Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәҙуллиндар үтте. Ул дәртләнеп, ҡыйыуланып китте. Янып үлһә лә батырлыҡ эшләп үләсәк ул. Был уйҙарҙан уға батырлыҡ өҫтәлде, ҡурҡыуын еңеп, өйгә йүгереп инде, тиҙ генә матрасты төрөп, ишек алдына сығарып һалды ла, тиҙерәк ул тирәнән ситкә ҡасты. Тик ул үҙен герой итеп хис итә алманы, ғәйепле итеп тойҙо.
Оҙаҡламай әсәһе ҡайтты, өйҙәге хәлде күреп, ҡото осто. Башта Миҙхәтте әрләп алһа ла, «әл дә улымдың үҙенә теймәгән», – тип шатланды. Тиҙҙән ағаһының эштән ҡайтыр ваҡыты етә, ул ҡайтһа эштәр харап. Фаил улы ҡайтып, ҡыҙыулығы менән Миҙхәткә һуғып, имгәтеп ҡуймаһын, самай көслө сағы, - тип, әсәһе уны өй башына йәшерҙе. Бына ул өй башында, тын да алмайынса артабан ни булыр, - тип, уларҙы тыңлап ята.
Баҡтиһәң, ағаһы ракетаны хеҙмәт иткән еренән, «үҙемдең туйымда атып, ауылдаштарҙы шаҡ ҡатырырмын», - тип алып ҡайтҡан икән. Уның был хыялы тормошҡа ашманы, шунлыҡтан ул ныҡ асыуланды. Ул ваҡыттарҙа ауылда ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә ракетанан атыуҙы бик һирәк, еңеү көндәрендә генә күрәләр ине. Фаил ағаһы ауылдаштары өсөн сюрприз әҙерләгән булған да бит, үҙенә лә мәртәбә өҫтәлер, бәҫе артыр, - тип уйлағандыр, сөнки атаһы менән әсәһе яҡлашһа ла, асыуына түҙә алмайынса, өҙгәләнеп ишек алдынан, урамдан йүгереп йөрөп ҡустыһын эҙләне. Ағаһының үҙен эҙләгәнен Миҙхәт өй башындағы ярыҡтан, ҡото осоп, күҙәтеп ятты.
Ағаһына өйләнеп туй яһарға насип булмағандыр ахырыһы, себер яғына эшкә сығып киткән ине, ни сәбәптәндер вафат булып ҡуйҙы. Нисә йылдар үтһә лә, Фаил ағаһын иҫләгәндә һәр ваҡыт ошо ваҡиға иҫенә төшөп, Миҙхәттең йөрәген семетеп-семетеп ҡуя, сөнки ул һаман да үҙен ағаһы алдында ғәйепле тоя.
Читайте нас: