+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Апрель 2021, 10:33

ҺӘР БЕР ҒАИЛӘ ТАТЫУ БУЛҺЫН!

3-сө класс уҡыусыһы Ирада Бахрамова беҙгә үҙенең ғаиләһе тураһында хат яҙып ебәргән.

"Беҙ, Бахрамовтар ғаиләһе Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында йәшәйбеҙ. Матур йортобоҙ, ҙур ихатабыҙ, баҡсабыҙ бар, мал-тыуарыбыҙ күп. Ғаиләбеҙ ҙә бик ишле: 7 бала һәм атай-әсәйебеҙ. Һәр саҡ атай менән әсәйгә ярҙам итәбеҙ, татыубыҙ. Бер-беребеҙҙең уңыштары өсөн һөйөнөп кенә торабыҙ.

Беҙ республика күләмендә үткән “Йыл ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр булдыҡ. Ғаиләмә бәхет һәм сәләмәтлек теләйем. Илебеҙҙәге һәр ғаилә ошолай беҙҙең кеүек татыу, уңған, матур булып йәшәһен ине!"

Ирада Бахрамова, 3-сө класс.

Читайте нас: