+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Апрель 2021, 22:10

БӨГӨН ДӘҮЛӘКӘН ҠАЛАҺЫНДА МӘҒРИФӘТСЕ, ШАҒИР САФУАН ЯҠШЫҒОЛОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 150 ЙЫЛ ТУЛЫУҒА АРНАЛҒАН ЯҠШЫҒОЛОВ УҠЫУҘАРЫ ҮТТЕ

УНДА ДӘҮЛӘКӘН, ӘЛШӘЙ, МИӘКӘ, БЛАГОВАР РАЙОНЫ УҠЫУСЫЛАРЫ ШАҒИРҘЫҢ ШИҒЫРҘАРЫН ОҪТА ЯТЛАУ БУЙЫНСА, УНЫҢ ИЖАДЫНА АРНАЛҒАН ИНШАЛАР ЯҘЫП, ЗИРӘКЛЕКТӘ, ТАПҠЫРЛЫҠТА ҺЫНАШТЫ!КЕМДӘР ЕҢЕҮСЕ БУЛҒАНЫН БЕЛЕРГӘ ТЕЛӘҺӘГЕҘ, БЕҘҘЕҢ САЙТҠА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Шиғыр ятлау буйынса 1-се урынға - Илназ Илекәйев, 2-се урынға - Ынйы Ишмырҙина, Элина Миңлеәхмәтова, 3-сө урынға Гөлнара Хозинова, Екатерина Быль, Камилә Ильясова лайыҡ булды.

Иншалар, ғилми эш буйынса 1-се урын - Наҙгөл Солтанғәлина менән Алтынай Әхмәтовала, 2-се урын - Зилара Мөхәмәтйәнова менән Адель Ғәлимуллинала, 3-сө урын - Наҙгөл Садиҡова менән Гөлназ Мәжитовала.

Ҡотлайбыҙ, уҡыусылар!!!
Читайте нас: