+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 11:55

Сит илдә бала табыу беҙҙәгенән нимәһе менән айырыла?

Бала тыуыуы, ғаиләнең тағы ла бер кеше артыуы тулҡынландырғыс мәл. Быны һәр кем үҙенсә кисерә һәм үҙенсә әҙерләнә. Ғәҙәттә сабыйҙы бала тыуҙырыу йортонан алып ҡайтабыҙ. Сит илдәрҙә, мәҫәлән, Америкала, нисек икән?

Һуң өйләнешкән кеүек, шунда уҡ бала табырға ла ашығып бармай американдар. Баланы әсәй кеше тәрбиәләргә тейеш, тип тә һанамайҙар, атай кеше балаһын ҡатыны менән бер рәттән тәрбиәләй.Ҡатыны ауырға ҡалғас та, бөтә этаптарҙы ир уның менән ҡуша үтә:

- йәш ата-әсә курсын үтәләр;

- йөклөлөк ваҡытындағы семинарҙарға йөрөйҙәр;

- гинекологка бергә баралар;

- УЗИ үткәндә лә ир ҡатыны янында була.

Буласаҡ атай сабыйҙың тыуыуын, баланы имеҙеү, йыуындырыу, төрөү, кейендереү кеүек мәсьәләләрҙе өйрәнә. Аҙаҡ, бала тыуғанда, мотлаҡ ҡатыны янында була. Сабый тыуғас, уны әсәй кешенең генә түгел, атай кешенең дә күкрәгенә һалалар.
Ҡатыны ял иткәндә ире сабыйҙы ҡарап торорға палатала бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Унда ҡатындар беҙҙәге кеүек өс йыл буйы декрет ялында ултырмай, бер нисә айҙан эшкә сыға.

Дауаханала бала табыу унда бик ҡиммәт, шуға ла күптәр өйҙә тыуҙыра. Бының өсөн алдан уҡ берәй табип менән һөйләшеп, килешеү төҙөп ҡуялар. Ул буласаҡ әсәйҙе башынан аҙағынаса үҙе ҡарай, үҙе әҙерләй.

Американдар балала бәләкәй генә сағынан үҙаллылыҡ тәрбиәләй, характерын сыныҡтыра, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтә. Мәктәп йылында уҡ бала-саға аҡса эшләй башлай:

- гәзит тараталар;

- машина йыуалар;

- ғаилә предпиятиеларында ярҙам итәләр.

Шулай улар үҙаллы булырға өйрәнеү менән бергә аҡса тоторға өйрәнә.

Читайте нас: