+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 11:05

АРЫҪ МЕНӘН БАРЫҪ

Хөрмәтле дуҫтар, билдәләнгән хәрефтәрҙе йыйып, йәшеренгән халыҡ мәҡәлен табып уҡығыҙ!Зөбәйҙә ИСЛАМОВААРЫҪ МЕНӘН БАРЫҪ(хикәйә)Заһир менән Миңзәлә һәр ялда циркка ашыҡты. Уларҙы унда үҙҙәре генә атаған, РыҫБикә исемле арыҫлан һәм Юлбикә исемле юлбарыҫ дуҫтАры көтә. Бөгөн, нишЛәптер “ҙур бесәйҙәр” сығыш яһамАны. Клоун булып эшләгән аталары— Минзаһит ағай балаларын янына саҡырып алды.Малай менән ҡыҙ ситлектә бикле торған дуҫтарын күреп бик йәлләне. Шул саҠ инәләре янындағы һары йомғаҡтарҙы шӘйләп: “И-ии ниндәй матурҙар!” – тип, бер тауыштан ҡысҡырып ебәрҘеләр. Тегеләре әллә өшөп, әллә асығып: “миәү-ү”, “мәү-ү” киләләр. Шунан бер-берЕһенең тауышын ишетеп беРаҙға тынып торалар.

Балалар үҙҙәренең дуҫтарынан айырылманы. Ә йомшаҡҡайҙар ситлЕк буйлап баҫтырышып уйНай-уйнай, күҙгә күренеп үҫте. Инәләре генә ваҡыт-ваҡыт: “Ау-у-у”, “Ур-р”, — килеп, үҙҙӘренең ризаһыҙлығын белдерҙе.
Юлбарыҫҡа — Барыҫ, арыҫланға — Арыҫ иСеме ҡушалар. Бер йәштәре тулыуға уларҙы сӘхнә серҙәренә өйрәтә башлайҙар. Ә “йәштәр” һис тә күнекмәләргә буйһонғоһо килмәһә лә бик тиҙ арала оҫта “әртистәр”гә әйләнә. Тыуған “өйҙәрендә” артыҡ ҡырағай йәнлек аҫырай алмағанлыҡтан уларҙы икенсе бер циркка еБәрергә булалар. Ошо көндән башлап дуҫтар яңы килгән ерҙәрЕндә “йондоҙ” булып үҙ тамашасыһын ҡыуандырҙы. Бөтә Ер шарын тигәндәй йөрөп сыҡты уЛар. Ҡайҙа ғына сығыш яһаманылар. Һәр бер ерҙә лә “әртистәр”ҙе дәррәү алҡыштарға күмдЕләр. Хатта эргәләренә килеп фоторәсемгә төшөргә сиратта тоРҙолар.
Шулай итеп илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға йөрөй торғас Арыҫ менән Барыҫ үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып төштө.
Заһир менән Миңзәлә лә һәр ваҡыттағыса цИркка ашыҡты. Бөгөн уЛарҙың дуҫтары — Рыҫбикә менән Юлбикә лә аренаға сығасаҡтар бит. Сығыштар араһында Минзаһит ағай ҙа үҙе менән бергә эшләгән Отҡор исемле клоун менән тамашаға йыйылған халыҡты көлдөрөп төрлө ҡыҙыҠлы инсценировкалар күрһәтә.
— ХөрмӘтле, тамашасылар! Бөгөн беҙҙең циркта беренсе тапҡыр “айырылғыһыҙ дуҫтар!”— арыҫлан менән тигр сығыш яһайсаҡ! Улар, ошо циркта тыуып, сәхнә серҙәрен дә бында өйрәнһәләр ҙә бик алыҫ сәфәрҘән йөрөп ҡайтҡан, ысын “йондоҙ” булып үҫЕшкән йәш”әртистәр”! Йәгеҙ әле, алҡышлап ҡаРшы алайыҡ, дуҫтарҙы! — тине конфЕрансье йәғни алып барыусы.
Иғтибар менән тыңлап ултырған Заһир менән Миңзәлә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән урындарыНан тороп баҫып шаршау асылыуын көтә башланы. Шул ваҡыт сәхнә уртаһындағы ситлеккә бер-бер артлы йүгерешеп сыҡҡан дуҫтарҙы танып: “Был бИт Барыҫ менән Арыҫ!” —тип, нишләргә лә белмәй сәпәкәй сапты. Тамашанан һуң балалар,Минзаһит ағай менән ситлектәр яғына йүнәлделәр.
  • Инәйҙәрен таныРҙармы икән? — тип хафаланды Миңзәлә.
  • Улар бит үҙҙәре лә хәҙер ҙур булып үҫкән.
  • Йәнәшә генә торған ситлектәр янында әллә ни тауыш юҡ. Бары тик ваҡыт-ваҡыт ҡына “ҙур бесәй”ҙәрҙең ситлектә “Ау-у-у”, “Ур-р” тигән ауаздары ишЕтелә. Инәләре — балаларынан, ә балалары — инәләренән күҙҙәрен дә ала алмай, иркәләнеп ҡарап, гүйә ҡатып ҡалғандар. Бары тик ҡойороҡтары ғына, сәғәт телендәй һис туҡтамай бер уңға, бер һуЛға йөрөй. Уларҙың бер-береһенә һағышлы һәм шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла ынтылыуҙары күренеп тора ине. Баҫҡан урындарынан ҡуҙғалмаған да “Йәш әртистәр”ҙең бәләкәй саҡтарындағы кеүЕк “миәү-ү”, “мәү-ү” тигән тауыштары ла ишетелгәндәй булып ҡала.
    — Тимәк, улар бер-береһен онотмағандар! — тине Заһир, атаһы менән Миңзәләгә ҡарап.
    — Нисек онотһондар инде улар үҙҙәРенең инәләрен һәм тыуған ерен! — тине, уйсан ғына Минзаһит ағай. Тыуған ер ҙә, инәй ҙә — ғәзиз, берҙән-бер бит! — тип һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы ул.
    Читайте нас: