+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Апрель 2021, 08:24

Бишбүләк 1-се дөйөм урта белем биреү мәктәбендә шиғриәт байрамы үтте.

Ул мәғрифәтсе-шағир Сафуан Яҡшығоловтоң 150-йыл тулыуына арналды.

Балалар йылдан-йыл оҫтара, сәсәнлек йәһәтенән маһирлана ғына бара икәнлеген күрһәтте бәйге. Йәш сәсәндәр жюри ағзалары һәм иптәштәре алдында сығыш яһап, юғары әҙерлекле булыуҙарын, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Мәғрифәтсе-шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләп, еңеүсе тип танылған уҡыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан билдәләнеп үтелде. Ишмөхәмәтова Камила (Ҡаныҡай мәктәбе) - I, Ғабдуллина Азалия (Айыт мәктәбе.) - II, Батраев Айрат (Ҡаныҡай мәктәбе) - II Хәбибуллина Гөлназ (Дим мәктәбе.) - III, Ғатауллина Камилла (Бишбүләк, 1-се мәктәп) - III, ( Ғатауллина Зарина, Бишбүләк, 1-се мәктәп) III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ентекле әҙерләнеп килгән, башҡорт әҙәбиәтенә, тарихына битараф булмаған был уҡыусыларға “афарин!” тибеҙ. Сарала ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы тарафынан китаптар, “Аҡбуҙат” журналы тапшырылды. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илдар Рәфис улы Ғибатов артабан да уңыштар теләп, шиғыр конкурсында еңеүселәргә район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Был юлы Мең ырыуы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары А.Ә. Шәймәрҙәнов, яҙыусы Ф.Ф.Янышев, мең ырыуы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ф.М. Хәлиуллин уҡыусыларға ғына түгел, ә туған телде үҫтереүгә өлөш индергән уҡытыусыларға ла бүләктәр алып килгәйне.
Читайте нас: