+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Апрель 2021, 00:50

#БаймаҡрайоныИшей УЛАР "АҠБУҘАТ"ҠА КЛАСС МЕНӘН ЯҘЫЛҒАН! Ә ҺЕҘ ЯҘЫЛДЫҒЫҘМЫ?

Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға, тигән девиз менән бөгөн Ишей башланғыс белем биреү мәктәбе уҡыусылары дәррәү генә "Аҡбуҙат" журналына яҙылған. Хатта бергәләп шиғыр ҙа ижад иткәндәр:"АҠБУҘАТ"ЫМ" тип атала ул. Тулыраҡ сайтта


Яратам мин "Аҡбуҙат"ты,
Көтөп алам ай һайын.
Иң беренсе һүрәттәрҙең
Ҡарап алам иң байын.

Баштан алып уҡып сығам,
Оҡшай миңә яҙмалар.
Бигерәк тә яҡын күрәм,
Фантастика яҙһалар.

Әкиәттәр, йомаҡтар ҙа,
Тағын йырҙар баҫыла.
"Аҡбуҙат"ым килгән көндө
Күңелем киң асыла.

Яҙылайым әле тағын,
"Аҡбуҙат"һыҙ ҡалмайым.
Йән-дуҫтай күргән журналды
Үпкәләтеп ҡуймайым.
Читайте нас: