+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Апрель 2021, 14:45

ДҮРТӨЙЛӨ БАЛАЛАРЫ - МАТБУҒАТ ЙОРТОНДА

Бөгөн Матбуғат йортона Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбе һәм Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһы уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары менән сәйәхәткә килде. "Аҡбуҙат", "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналдары һәм "Йәншишмә" гәзите хеҙмәткәрҙәре балаларҙы, уҡытыусыларҙы баҫмалар менән таныштырҙы."Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусылар менән йәнле аралашыу ойошторҙо. Шәжәрә, батырҙар тураһында төрлө һорауҙар бирҙе. Шамил Хәмиҙуллин үҙенең шәжәрәһен ентекле өйрәнгән. Уға "Аҡбуҙат"тың комикстар китабы бүләк ителде. Алмас Ғәбиҙуллиндың иһә батырҙарҙы яҡшы белеүе күренде. Регина Солтанова "Аҡбуҙат" журналында баҫылып сыҡҡан шиғырҙы ятҡа һөйләне. Әлфиә Фәрүәзова, Әмирә Ғилфанова, Диана Аҡмаловалар ҙа һорауҙарға төплө яуап биреп, бүләккә китап-журналдар алды. Дүртөйлө ҡунаҡтары менән осрашыуға Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһаринаның килеүе лә оло мәртәбә өҫтәне. Сараның һуңында Исмаҡай мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәлиә Урал ҡыҙы Закирова гәзит-журналдарға матур картиналар бүләк итеп, рәхмәт әйтте. Осрашыу барыһының да күңеленә хуш килде.

Читайте нас: