+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Апрель 2021, 13:54

МИНЕҢ АТАЙЫМ - МИНЕҢ БАТЫРЫМ!

Шулай ти Айгүзәл атаһы Ҡарасурин Мөхтәр Нуриман улы тураһында. Әлбиттә, иншаны әсәһе менән бергә яҙғандыр, әммә ете йәш кенә булһа ла, атай, ғаиләлә атайҙың роле, атайҙың һәр балаға кәрәклеге тураһында уйланмайса ҡалмағандыр шул мәлдә...***Атайым – әсәйемдең уң ҡулы, әсәйемә, башланғыс мәктәптең мөдире булараҡ, белем усағының бөтә хужалыҡ эштәре йөкмәтелгән. Әсәйемдең бөтә уңыштары – атайымдың өндәшмәй генә, риза булып ярҙам итеүендә, кәңәшсе һәм терәк булыуында, сөнки атайым ошо мәктәптә ут яғыусы булып эшләй. Ауылдың төҙөкләндереү эштәрендә лә атайым йөрөй. Уҡыусыларҙы йә ауылдаштарҙы район үҙәгенә конкурстарға ла алып бара. Тағы ла атайымдың бер яҡшы яҡын яҙып үткем килә – ул мал йәнле, аттарына һыҙғырыуы була – әллә ҡайҙан сабып килеп етәләр, һарай яғынан берәй ергә сыҡһа – артынан һыйырҙар ҙа, ҡоштар ҙа китә эйәреп...

Атаһына оҡшаған ҡыҙ
Бәхетле була, - тиҙәр.
Мин бит һиңә оҡшағанмын,
Теймәһен генә күҙҙәр.
"Кемдең ҡыҙы?" "Атайҙыҡы!"-
Һәр саҡ булды яуабым.
Иркәләп кенә үҫтерҙе
Киң күңелле атайым.
Мин донъяла иң бәхетле бала, сөнки мине яратыусы әсәйем, арҡаланып йәшәүсе атайым һәм ярҙам ҡулы һуҙырҙай, терәк-таяныс булырҙай, мине яҡлаусы баһадир ағайҙарым бар.
Бөгөн мин үҙемдең атайым хаҡында яҙып үтмәксемен, сөнки ул мине - иң бәләкәсен иркәләп кенә, наҙлап ҡына үҫтерә, төҫөм менән дә мин атайыма оҡшағанмын. Атайым Ҡарасурин Мөхтәр Нуриман улы Баймаҡ районы төпкөл Ишей ауылында данлыҡлы Ҡарасуриндар ғаиләһендә 7-се бала булып тыуған. Ишей 8 йыллыҡ, Темәс урта мәктәбен тамамлағас та армия сафына алынып, Балтик диңгеҙендә 3 йыл хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас урман эшенә сума.
Атаҡайымдың ҡулы алтын – ул балта оҫтаһы, ҡарағайҙан бура бурай, шуға ла уға йыш ҡына ярҙам һорап киләләр, үҙенең туғандарының бөтәһенә лә өй, мунса бурашып бирә ул, ауылда ла, ситтә лә ул бураған бураларҙан өй, һарай, мунса, граждар ҡалҡып ултыра.
Атайғынамдың күңеле киң – уның йөрәгенә барыһы ла һыя. Ағайҙарымды уҡыуҙарына аҙна һайын алып бара, барып ала, уларҙы бөтә ир эштәренә өйрәттеп бөттө, йәш булһалар ҙа улар ҙа бурасылар. Ә бесәнде улар һә тигәнсе, бик етеҙ генә ҡул менән сабып эшләп алалар.
Атайым – әсәйемдең уң ҡулы, әсәйемә, башланғыс мәктәптең мөдире булараҡ, белем усағының бөтә хужалыҡ эштәре йөкмәтелгән. Әсәйемдең бөтә уңыштары – атайымдың өндәшмәй генә, риза булып ярҙам итеүендә, кәңәшсе һәм терәк булыуында, сөнки атайым ошо мәктәптә ут яғыусы булып эшләй. Ауылдың төҙөкләндереү эштәрендә лә атайым йөрөй. Уҡыусыларҙы йә ауылдаштарҙы район үҙәгенә конкурстарға ла алып бара. Тағы ла атайымдың бер яҡшы яҡын яҙып үткем килә – ул мал йәнле, аттарына һыҙғырыуы була – әллә ҡайҙан сабып килеп етәләр, һарай яғынан берәй ергә сыҡһа – артынан һыйырҙар ҙа, ҡоштар ҙа китә эйәреп.
Бына шундай киң күңелле, эшкә әрһеҙ, сабыр, күндәм, ярҙамсыл атайымды яратмай нисек түҙәһең, нисек маҡтамайһың? Хәҙер атаҡайыма 54 йәш булһа ла ул етеҙ, сос булғас, йәш күренә. Мин уға оҙон ғүмер, һәр ваҡыт мине ҡурсалап тороуын теләйем. (Былай ул минең менән кейәүгә ҡуша барам, тине) Һәр балаға атай кәрәк!
Шуны ла әйтеп үткем килә, быйыл беҙҙең ауылыбыҙ «Айыҡ ауыл 2020», «Сәләмәт ауыл 2020» конкурсында ҡатнашып, районда өсөнсө призлы урынды алды. Ошо конкурста бар яҡлап атайым йөрөнө, ауылды төҙөкләндереүгә краскалар ташыны, конкурсҡа алып йөрөнө, Ҡоролтай Еңеү аллеяларын төҙөштө, ағас алып килде. Яҙғыһын ташҡын мәлдәрендә уҡыусыларҙы мәктәптән оҙата, йылғаларҙы юлынан ағыҙа, күперҙәрҙе йүнәтә.
Һәм тағы ла атайым ике ағайыма үгәй, ләкин ул үгәй түгел, уларҙың аталары үлгәндә, ағайымдарға 10 һәм 5 йәш булған, ысын ир-егеттәр итеп тәрбиәләй уларҙы атайым, эшкә өйрәтә, татыуҙар, Баймаҡҡа уҡыуға алып йөрөнө, барып алды. Кеше балаһы менән уртаҡ тел табып йәшәү – ул үҙе батырлыҡ.
Читайте нас: