-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Апрель 2021, 12:30
КҮҘҘӘРЕҢДЕ ҺАҠЛА!
Күҙҙәреңде һаҡла!Сәлимә урамдан йүгереп килеп инде лә:— Әсәй, күҙем ауырта! — тип илап ебәрҙе.Ысынлап та, ҡыҙының күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп тора. Етмәһә, йәштәре аға, танауы ла тонған шул.Гөлзифа апай Сәлимәне шунда уҡ күҙ табибына алып барҙы.Табип ағай ҡыҙҙың күҙҙәрен иғтибар менән ҡарағандан һуң:— Был бит конъюктивит, — тине.— Нимә, нимә? Компливит, тиһегеҙме? Ул бит тәмлекәс витамин, эйеме, әсәй?! Һин һатып алғайның да...— Юҡ, — тине табип ағай. — Конъюктивит — ул күҙ ауырыуы. Был ауырыу айырыуса яҙлы-көҙлө көсәйә. Төрлө үләндәрҙең һеркәләренә, төрлө емеш-еләккә булған аллергия (әҫбе) ошо ауырыуға килтерә лә инде.— Ә нисек һаҡланырға һуң унан? — тип һораны Гөлзифа апай.— Аллергия тыуҙыра торған ризыҡтарҙы ашамаҫҡа кәрәк. Ҡулды, битте йыш йыуырға, сәскә атҡан баҡсала йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Өйҙәге саңды ла һөртөп тороғоҙ, — тип кәңәш бирҙе табип ағай.
Шулай, балалар, табип ағайҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға, тыңларға кәрәк! Бысраҡ ҡулдарығыҙ менән күҙҙе һыпырырға ла ярамай!
Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ! Сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла