+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Апрель 2021, 13:00

Һыу яйлап ҡайта, ә мәшәҡәттәре ҡала...

"Балаларҙы нисек тә булһа һыуҙан ҡороға алып сығыуҙы уйланыҡ..."

Ҡырмыҫҡалы районында ирекмәндәр ташҡын эҙемтәләре менән көрәшергә ярҙам итәләр.
Быйылғы яҙ Башҡортостандың байтаҡ райондарында ташҡын күҙәтелә – йылға ярҙарынан сығып, хатта ауылдарҙы һыу баҫа. Был касафаттан Ҡырмыҫҡалы районы ла ситтә ҡалманы.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең ирекмәндәре ташҡындан зыян күргәндәргә аҙыҡ-түлек алып килде, кешеләр менән аралашыу һөҙөмтәһендә тағы ниндәй әйберҙәр кәрәклеген асыҡланы.
Бекет ауылындағы 56 йәшлек Нина Лялюшкина мейесенең емерелеп төшөүе хаҡында хәбәр итте.
“Һыу төнгө сәғәт ун икелә килде. Иҙән аҫтын, бәҙрәфте һыу баҫты, мунсала , һарайҙа ла һыу", - тине ул тағы ла.
Вязовка ауылындағы күп балалы Рузановтар ғаиләһенең тауыҡтары һәм әтәстәре һыу аҫтында ҡалып һәләк булған. Рузановтар һөйләүенсә, улар төндә һыу баҫа башлағас, тиҙ арала документтарын йыйнаған, балаларын алып юлға йүгереп сыҡҡан.
“Балаларҙы нисек ҡотҡарыу хаҡында ғына уйланыҡ, ул мәлдә тауыҡтар бөтөнләй онотолған ине”, - ти Алина Рузанова.
Леонид Михеев – ирекмән. Ул бәлә килгән ваҡытта күп ауылдаштарын һыуҙан йолоп алып ҡала.
“Кемде ниндәй өйҙән сығарғанымды иҫләмәйем дә хәҙер. Ул ваҡытта кешеләрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк ҡоро ергә сығарыу иң мөһиме ине”, - ти ул.
Бекет һәм Вязовка ауылдары халҡын бөгөн бер мәсъәлә борсой – нисек нигеҙҙәрҙән һыуҙы сығарып бөтөргә, өйҙәрҙе киптереп алырға.
Ирекмәндәр уларға бар көстән ярҙам итергә тырыша.
"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенән алынған мәғлүмәтте ҡулланып Айгөл ЙӘМИЛЕВА әҙерләне.
Фото: "Берҙәм Рәсәй"
Читайте нас: