+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2021, 10:44

Медиайыйын дауам итә

Бөгөн «Красноусол» шифаханаһында уҙған милли матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары медиайыйынының икенсе көнө. Бер кемгә лә сер түгел, теләйбеҙме беҙ, теләмәйбеҙме, гәзит-журналдарҙың ҡағыҙ вариантын сығарыу менән бер рәттән, әкрен генә Интернет донъяһына ла сума барабыҙ. Ә унда сайттар, Фейсбук, "Бәйләнештә", "Класташтар" социаль төркөмдәре, Инстаграм, Тик-ток һ.б... Яңыса форматта эшләү мәсьәләләре ҡарала был форумда. Матбуғат эшмәкәрлеге ниндәйҙер кимәлдә үҙгәреш кисерергә, заман менән бергә атларға тейеш. Бөгөнгө һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, практика менән уртаҡлашыуҙар секцияларҙа дауам итә. #медиайыйын #форумсми

Читайте нас: