+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2021, 23:04

ЭТТӘРҘЕҢ КЕШЕГӘ ТАШЛАНЫУ ОСРАҠТАРЫ ЙЫШАЯ

Учалы районындағы фажиғәне ишетеп, йөрәк әрней...

Учалы районы Сәфәр ауылындағы фажиғә бөтә республиканы тетрәтте: берәҙәк эттәр урам буйында уйнаған 5 йәшлек баланы талап үлтергән! Ата-әсә өсөн ниндәй ҙур юғалтыу! Хоҙай үҙҙәренә түҙемлек бирһен! Бөткөһөҙ ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Йәне йәннәттә булһын балаҡайҙың...
Төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә был хәбәрҙе. Кемдер балаһын ҡарамауҙа ата-әсәне ғәйепләй, кемдер эттәре булған кешеләрҙе әрләй, икенселәр һаман был мәсьәләне хәл итмәгән администрацияны һүгә. Берәҙәк эттәр проблемаһы учалыларҙы ғына борсомай, был хәл республиканың бөтә төбәктәрендә лә күҙәтеләлер.
Балалар үҙҙәре мәктәпкә бара, үҙҙәре генә ҡайта, урамға сығармай өҙә генә лә ултыртып булмай ауыл ерендә, һағыраҡ булһындар инде берүк, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ. Эттәр килеп сыҡҡанда нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыу - беҙҙең бурыс.
Читайте нас: