+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Апрель 2021, 14:04

ИСПАН УҠЫУСЫЛАРЫ САФ ҺАУАЛА УҠЫЙ

Уларҙың парта, ултырғыстары яр ситендә, ҡомлоҡҡа урынлаштырылған

Испанияның Мурсия автоном берлмәшмәһе кесе класс уҡыусыларын пляжда уҡыу системаһына күсергән. Тынсыу кластарҙа йә дистанцион уҡыуҙа ултырғансы, уларҙың дәрестәре Лос -Ньетос пляжында үтәсәк. Уҡытыусылар дәрестәргә иртәнге һигеҙҙә әҙерләнә башлай: тейешле дистанцияны һаҡлап, яр буйында парталар, ултырғыстар, портатив таҡталар ҡуя. 20 минут уҡығандан һуң, тәнәфестә балалар пляж буйлап йүгерә ала. Дәрестәргә ирекле кейемдә йөрөргә мөмкин. Әммә уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла, асыҡ һауала булыуға ҡарамаҫтан, битлек кейеү мотлаҡ. Әлегә саф һауала 6 йәштән алып 12 йәшкә тиклемге балалар белем ала.

Читайте нас: