-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Апрель 2021, 14:10

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Тамара ИСКӘНДӘРИӘҠарға бутҡаһы тәмлеме?— Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты.Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан әрселһә, исмаһам, унда сығып уйнарбыҙ, тип ҡыуанды балалар.Бына бер саҡ, ағастарҙа бөрөләр асылғанда, инәйҙәр, апайҙар, бала-саға сыр-сыу килеп йәшел үләнгә аяҡ баҫты.— Ҡар, ҡар! — тип, ҡарға булып һикереп уйнаны бәләкәстәр.

Өлкәндәр ҡаҙан аҫты, бөтәһенә етерлек итеп бутҡа бешерҙе. Ашъяулыҡҡа һәр кем өйөнән килтергән тәм-том теҙелде: һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа, ҡоймаҡ… Күңелле таҡмаҡ әйтешеп бейештеләр. Әллә ҡайҙан йыйын тураһында белеп ҡалып егет-елән дә килеп етте. Яландар, тау буйҙары ҡурай моңона күмелде.
Уйнап-көлөп туйғас, ҡаҙан төбөндә ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалдылар. Ана бит, ҡарғалар баянан бирле уларҙы күҙәтеп ултыра. Йә, ҡарға, бутҡа тәмлеме?
— Ҡар, ҡар, беҙгә лә бутҡа бар, бар! — тип ҡыуанышты ҡарғалар. — Тәме лә бар, йәме лә бар!
Эйе шул, ҡарға бутҡаһы — бик йәмле, күркәм йола. Башҡорттарҙың борондан тәбиғәткә, ер-һыуға хөрмәт менән ҡарауын һөйләй ул.
Читайте нас: