Башҡортостан балалары конкурстың онлайн-версияһында “Өс таған “ (“Таганок”) спектаклен күрһәтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, спектакль 2019 йылда әҙерләнде һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм республиканың ойошоуына 100 йыл тулыуға бағышланғайны.
Спектаклде сәхнәгә режиссер Радик Ғәлиуллин ҡуйҙы.
“Алтын асҡыс” театраль конкурсының онлайн-версияһы 9 апрелдән 7 майға ҡәҙәр һылтанма буйынса күрһәтелә. 8 майҙа финал трансляцияһы һәм бүләкләү тантанаһы буласаҡ.