+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2021, 19:40

ШАҒИР-МӘҒРИФӘТСЕ САФУАН ЯҠШЫҒОЛОВ ИЖАДЫНА АРНАЛДЫ

Уҡыусылар араһында әленән-әле шиғыр бәйгеләре үткәреү матур йолаға әүерелде тиергә була. 10 апрелдә Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез арта дөйөм белем биреү мәктәбендә С.Яҡшығоловтың 150 йыл тулыуына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе булып үтте.

Тамаша залында уҙғарылған сара, ғәҙәттәгесә, башҡорт халҡының мәшһүр “Урал” гимны менән башланып китте. Артабан мәктәп директоры Рима Индус ҡыҙы Әхмәтова был күркәм сараны асып, килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтте. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, һәр саҡтағыса Өфөнән яҡташтарыбыҙ, мең ырыуы советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов һәм мең ырыуының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәнис Хәлиуллин килгәйне, шулай улар менән берлектә Ф.Кәрим премияһы лауреаты, яҙыусы Фәнис ағай Янышев, “Дим буйзары” гэзите хәбәрсеһе Ләйлә Ғүмәрова уҡыусыларҙың сығыштарын баһаланы.

Башҡорт халҡының атаҡлы шағир-мәғрифәтсе, мулла Сафуан хәҙрәт Суфиян улы Яҡшығолов Миәкә районында донъяға килгән. Уның артабанғы эшмәкәрлеге дәүләкән районы менән бәйле. Яҙыусы Фәнис ағай Янышев был турала ентекләп таныштырып үтте.

Артабан уҡыусылар илһамланып та, бер аҙ тулҡынланып та Сафуан Яҡшығоловтоң шиғырҙарын сәхнә түренән яңғыратты. “Яҙ килеүе”, “Дим буйы”, “” кеүек шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе. . Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Индус ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбендә 120 бала белем алһа, шуларҙың 75-е башҡорт телен өйрәнә. Был шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең филиалы булған Ҡунаҡҡол уҡыусылары ла теләк белдергән. Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән Айгөл Искәндәр ҡыҙы Ғәләүтдинова етәкселегендә бер төркөм уҡыусылар С. Яҡшығоловтың шиғырҙарын, мәҫәлдәрен ятлап килгән.

Шиғыр бәйгеһе мили кейемдәге “Умырзая” бейеү ансамбленең (етәксеһе З.Б. Таран ) илһамлы бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Сараның һуңында, ете уҡыусыға Ботэ донья Башкорттары королтайы hэм Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләк итеп китаптар өләшелде, башҡа уҡыусыларға иһә “Аҡбуҙат” журналы тапшырылды. Шулай уҡ мең ырыуы советы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов Ҡыңҡыр-Мәнәүез мәктәбенә 7 томлыҡ “Башҡорт энциклопедия”һын бүләк итте.

Бындай конкурстарҙың маҡсаты балаларҙы үҙенең тыуған яҡ тарихы, башҡорт шағирҙарының ижады менән таныштырыу. Конкурста ҡатнашҡан балаларҙың әйтеүе буйынса. район күләмендә үтәсәк бәйгегә улар тағы ла ҙур тырышлыҡ менән әҙерләнәсәк.
Читайте нас: