+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Апрель 2021, 23:29

МУРМАНСК ҠАЛАҺЫНДА "ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ОҪТАЛАРЫ" ОКНКУРСЫНЫҢ ЯРЫМФИНАЛЫ ҮТТЕ

Финалға Башҡортостандан өс кеше үтте

Мурманск ҡалаһында «Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары» бөтә Рәсәй конкурсының икенсе сезон ярымфиналы уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 38 төбәгенән 118 бәйгесе ҡатнашты. Конкурс ваҡытында ҡатнашыусылар төбәк кейстарын систе, үҙ проекттарын тәҡдим итте. Индустрия эксперттары уларҙы баһалап, иң яҡшыларын һайлап алды, барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.
Финалға Башҡортостан Республикаһынан Венера Биккузина, Артур Биктимеров, Екатерина Кириллова үтте.
Венера Биккузина конкурсҡа “Бишбармаҡ” милли ризығы оҫтаханаһы проектын тәҡдим итте. “Конкурста ҡатнашыу үҙ проектыңды баһаларға, проектты һәм республиканы танытырға, башҡа төбәктәр менән элемтә урынлаштырырға ярҙам итә һәм аралашыу тәжрибәһе бирә”, — тине ул.
Артур Биктимеров Торатау геопаркы буйынса фәнни тур проекты менән финалға уҙҙы, ә Екатерина Кириллова - Стәрлетамаҡта гастромаршруттар линейкаһы буйынса.
Читайте нас: