Билдәләп үтергә кәрәк, конкурсанттар өйҙә әсәләре менән бик ентекле әҙерләнгәндәр: сағыу-сағыу күлдәктәр, причёскалар, визит карточкалары, художестволы номер һ.б.
Ярыш төрҙәре лә үҙенсәлекле булды: сәскәләр тураһында йомаҡтар сисеү, уңған хужабикә, матурлыҡ салонының белгесе, мимикалар менән һүрәтләү, пазлдар йыйыу, етеҙлектә отҡорлоҡта һәм сослоҡта үҙеңде һанап ҡарау, яңғыҙ йырлау һәм вальс бейеү.
Бөтә шарттарҙы ла иң уңышлы атҡарып, "Яҙ һылыкҡайы 2021" титулын 3-сө класс уҡыусыһы Дилмөхәмәтова Гөлиә яуланы. 1-се урынды Аҙнағолова Диләгә, 2 се урынды Ҡотлобаева Зөлхизәгә бирҙе жюри ағзалары Ишдәүләтова М.Я. Йәмғурсина Л.З., Ҡарасурина Ф.З.
1-2 класс ҡыҙҙары ла бик матур сығыш яһаны, бер ҙә бирешкәндәй түгелдәр, улар төрлө номинацияла еңеүсе булдылар.
Был мәртәбәле конкурстың бағымсылары Файзуллин Радик менән Ишимгужин Йәмил булды, уларға ҙур рәхмәт еткерәм, сөнки ошо егеттәр ҡыҙҙарыбыҙҙы бүләктәр менән генә түгел, хатта тере сәскәләр тапшырып ҡыуандырҙы. Малайҙарыбыҙ ҡыҙҙарға миҙал тағып, сәскә биреп ҡотланы.
Ярыштан һуң күп балалы герой-әсә Ҡарасурина Лариса алып килгән торт күстәнәс менән тәмләп сәй эсте балалар.
Ҙур рәхмәт барыһына ла.