+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2021, 13:32

"АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ ТҮБӘНГЕ СОРТОМ ҠАЛАҺЫ БАЛАЛАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Урындаға балалар телде яҡшы белә. Туған республиканан ситтә йәшәп тә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!

Ханты-Манси автономиялы округы Түбәнге Сортом ҡалаһының 1-се мәктәбендә башҡорт телен өйрәнгән йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары "Аҡбуҙат" журналы менән осрашты.
Осрашыу барышында баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларҙы журнал менән таныштырҙы, Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы хаҡында һөйләне. Урындаға балалар телде яҡшы белә. Туған республиканан ситтә йәшәп тә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!
Иң әүҙем, викторина һорауҙарына яуап биргәндәргә бүләктәр тапшырылды. Һәр балаға "Аҡбуҙат" журналы бүләк ителде.
Балалар Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны.
Балалар үҙҙәре лә сараға буш килмәгән: шиғыр ятлаған.
Малайҙар араһында викторина һорауҙарына иң әүҙем яуап биргән, саф башҡортса матур итеп һөйләшкән Данияр Абдрәхимов башҡортса шрифтлы планшетҡа лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһынан Лиана Язарова ла махсус бүләк алды.
Киләсәктә лә Түбәнге Сортом балалары менән бәйләнеш нығыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ата-әсәләр, әүҙем йәмәғәт ағзалары баҫманы алдырып уҡырға теләк белдерҙе.Киләсәктә
Рамаҙан Әмиров, Азалия Ғатауллина, Азалия Мусина, Лиана Язарова, Тимур Язаров, Арыҫлан Мөхәмәтшин, Ғайсар Такалов, Ғәҙел Юнысов, Сулпан Дарменова, Розалина Рамаҙанова,.Фирүзә Зәйнетдинова, Салауат Зәйнетдинов, Данияр Абдрәхимов "Аҡбуҙат" журналының тоғро дуҫы булып үҫер!
Читайте нас: