+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2021, 12:32

"Аҡбуҙат" журналы Нижневартовскиҙа ҡунаҡта

Бөгөн Ханты-Манси округының Нижневартовск халыҡтар йортонда "Аҡбуҙат" журналы төбәктәге кескәй башҡорттар менән осрашты.

Осрашыу барышында балалар Башҡортостан тарихы, “Аҡбуҙат”тың ойошторолоу тарихы менән танышты, һорауҙарға яуап бирҙе. Балалар араһында телде яҡшы белгәндәре лә, белергә теләгәндәре лә бар. Был сарала Ислам Һатыбалов, Карина Дәүләтшина, Азалия Әсфәндиәрова, Радмила Рәжәпова, Асель Йосопова, Алмас Әхмәтов, Азалия Юлдашева, Эмилия Рәжәпова, Регина Туҡтамышева, Риана Әхмәтйәрова, Тимур Шәрәфетдинов, Лиә Туҡтарова, Элиза Кәримова, Алина Баһауетдинова, Юлиә Хисбуллина, Тимур Арыҫланов, Радмила Һатыбалова ихлас ҡатнашты. Ошо балаларҙың араһында Азалия Юлдашева М. Кәримдең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шиғыры аҙаҡ сайтҡа ҡуйыласаҡ. Сара барышында шулай уҡ Башҡортостан Башлығы грнатына “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған “Урал батыр” йәнһүрәтен ҡараныар. Уның буйынса һорауҙарға иң уңышлы яуап биргән Ислам Һатыбалов булды. Азалия Юлдашева ла Башҡортостан тарихы буйынса һорауҙарға матур итеп яҡуап бирҙе. Һәр бер бала “Аҡбуҙат”лы булды. Шиғыр яҙған балалар ҙа бар. Бөтәһе лә һүрәт төшөрә. Улар киләсәктә “Аҡбуҙат”тың яҡын дуҫтары булыр. Ә әлегә, ҡайтҡас, ата-әсәләре менән бөгөн Башҡортостан тураһында ишеткәндәре менән уртаҡлашыр.
Читайте нас: