Бөгөн Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында Балалар әҙәбиәте аҙналығы кисәһе үтте. 4 В класы менән уҙған сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һәм яҙыусы, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Мостафина ҡатнашты. Зәки Арыҫлан улы уҡыусыларҙы Яҙыусылар союзының, яҙыусыларҙың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, китаптар хаҡында йәнле әңгәмә ойошторҙо. Гөлнара Мостафина үҙенең ижады менән таныштырып үтте һәм уҡыусылар менән “Аҡбуҙат” журналы тураһында әңгәмәләште. 4-се класта уҡыған был балалар журнал менән таныш, уҡыйҙар, яраталар. Әлегә кемдәр алдырмай, әсәй-атайҙарына шәп журнал барлығы һәм уны мотлаҡ өйгә алдырырға кәрәклеге тураһында хәбәр итәсәктәре хаҡында әйтте.
Уҡыусылар үҙҙәре лә шиғырҙар, әкиәттәр яҙа, һүрәттәр төшөрөргә ярата. Яҙған шиғырҙарын уҡып та ишеттерҙе афарин балалар!