+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2021, 19:33

Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә.

Саралар Нижневартовск, Лянтор ҡалаларында һәм Нижнесортымский ҡасабаһында планлаштырылған. Был сараларҙа "Аҡбуҙат" журналы ла ҡатнаша. Тулыраҡ сайтта танышығыҙ

Бөгөн Нижневартовск милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре, ата-әсәләр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуы үтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина вахтала эшләүсе ирҙәр тураһындағы шиғыры менән сәләмләне. Артабан ул балалар журналы менән таныштырҙы. "Рәсәй төбәктәрендәге башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙә Йәкшәмбе мәктәптәре асып, балаларҙы "Аҡбуҙат" журналын уҡытып үҫтермәйбеҙ икән, киләсәктә нимә көтә алабыҙ? Эште бәләкәй башҡорттан башларға кәрәк! - тине ул. - Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ошо эште атҡарып сығырға тейешбеҙ. Әле төбәктәрҙә ойошторолған тарихи-мәҙәни үҙәктәр аша "Аҡбуҙат" журналы кескәйҙәргә барып етә, артабан да яҙылыу эше туҡтап ҡалырға тейештүгел. Сөнки, энциклопедик баҫма булараҡ, унда балалар өсөн бик күп мәғлүмәт тупланған".
Читайте нас: