+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 11:09

САБЫЙҘАР ҒЫНА ЙӘЛ...

Миңзәлә Сирғәлина.Оло тәҙрә яҡтауына таянып, тышҡа ҡарап торған был ҡыҙсыҡ күҙендә мин бөгөн әйтеп аңлатҡыһыҙ һағыш сатҡыларын күрҙем. Ҡояш нурҙарына күҙен ҡыҫа биреп донъяны күҙәткән был бала нимә тураһында уйлайҙыр инде, билгеһеҙ. Теләгәнен теле менән генә әйтеү түгел, хатта ым - ишаралап та белдерә алмаған сабый, әйтерһең дә, мәңге асылмаҫ йыһан... Билдәһеҙлек...

Дөм-ҡара күҙҙәрен ҡаплап алған оҙон ҡуйы керпектәр, әйтерһең дә, кескәй хужабикәһенең уй йомғағына һаҡ булып баҫҡандар, ҡымшанмайҙар ҙа. Юҡ, оҙаҡ һаҡланманы был күренеш. Әле генә тып тын торған кескәй һын, йөҙөнә оло шатлыҡ билдәләрен сығарып, сырҡылдап көлә-көлә, иҙән тулып уйнап ултырған тиҫтерҙәрен тапай - тапай, бүлмәнең икенсе осона сапты.
Эйе, был мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө. Ишекте асып инеү менән икенсе бер донъяға эләккәндәй хис итәһең үҙеңде. Ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар, үҙҙәренең йәшенә хас булмаған ҡылыҡтар тәүҙә аптырауға, бер аҙ ҡурҡыуға ла һала, аҙаҡ йәлләү хисе йөрәкте өҙгөләй. Эх, нимә өсөн һеҙгә бындай ғазаптар, бәләкәстәр??! Кемдеңдер оло гонаһын Хоҙай Тәғәлә һеҙҙең аша күрһәтергә теләйме, ни өсөн? Ысынлап ауыр атмосфера бындай балалар араһында. Күбеһе телмәр яғынан сикләнгән, ауыр сирлеләр - ғәриптәр креслоһында ултырып, аңһыҙ балаларға тиклем бар. Гонаһһыҙ балалар... Ә иң аяныслы, иң ғазаплы күренеш, беләһегеҙме, уларҙың ата-әсәләре. Ысын күңелдән сабыйы яҙмышы өсөн өҙгөләнгән, хәленән килгәндең барыһын эшләгән, дауалауға алып йөрөгән ата-әсәләр һәм әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, балаһының шундай кәмселектәр менән тыуыуына туранан-тура йоғонто яһаған "әсәйҙәр"... Хөкөм итергә хаҡым юҡ, Аллаһы Тәғәлә барһында күрә. Сабыйҙар ғына йәл шул.
Ауыр уйҙар солғанышында уйҙарымды ҡағыҙға теҙәм. Ҡапыл, һүҙ башында телгә алған ҡыҙ бала, тыныс ҡына уйнап ултырған еренән сеңләп кенә илап алып китте. Янына барып йыуатып ҡарайбыҙ ҙа - тынмай шул. Субырлап ҡойола күҙ йәштәре..
Тиҙҙән изге айға - Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ. Гонаһтарҙан арыныр, тәүбәгә килер мәл. Эй Аллам, донъялыҡта белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн язаны балаларыбыҙҙан алма, ярлыҡа!! Тән һәм йән ғазаптарына дусар булған кескәй йөрәктәргә шифа бир!
Читайте нас: