+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 17:05

БАЛАЛАР ЙОЛАЛАРЫБЫҘҘЫ БЕЛЕП ҮҪЕРГӘ ТЕЙЕШ

Арғаяш районының Метелев ауылында тардицияларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү ниәтендә “Ҡар һыуына барыу” йолаһы күрһәтелде.

Ата-бабаларыбыҙ яҙҙы шулай ҡар һыуына барыу менән ҡаршы алған. Яҙын, ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып яҡан мәлдә үткәрелгән был байрам кешеләрҙең тәбиғәткә булған һаҡсыл мөнәсәбәтен күрһәтә, сөнки һыу ала торған урынға сүп-сар ташлау бөтөнләй тыйылған. Йылы көндәр башланыуға кешеләрҙең йылғаға юлы асыла.
ә ҡар һыуының файҙаһы элек-электән билдәле: ул күҙ тейеүҙән һаҡлай, организмға йәшәрткес көс биреүе менән әһәмиәтле. Ҡар һыуын самауырға һалып ҡайнатып эсһәң, сәйҙең тәме бөтөнләй икенсе! Оҙон ҡыштан һуң йылы ҡояш нурҙары аҫтында ауылдаштарҙың аралашыуы үҙе бер байрамға әүерелә.
Читайте нас: