Бала саҡта йыш ҡына дауаханала ятҡанмын. Сәбәбе – бөйөрөм ауыртҡан. Бер мәл санаторийға алып барып тыҡтылар. Шунда көн дә хат яҙа инем. Әле шуларҙы соҡоп сығарып табып алдым. Шул тиклем һағынғанмын, көн дә "килеп алығыҙ" тип яҙғанмын. Бына, үҙемде үҙем йәлләп илап ултырам)))))
Иҫләйем, унан бетләп ҡайттым бит мин. Өфөләге Фәиз ағайым килеп алды ла, еңгәм көнө буйы башымды таҙалап, аптырағандан оҙон сәсемде ҡырҡып ҡуйғайны.
Ул саҡта мин беренсе класс балаһы ғына инем әле. Санаторийҙа бер китап ҡосаҡлап йөрөгәнмен икән. Баҡтиһәң, шул китапты ҡосаҡлап йоҡлағанмын да. Ҡайҙан тапҡанмындыр ул китапты... Белмәйем. Әммә исеме “Ҡайҙа минең әсәйем” булған...
Бөйөр тигәндәй...Йыш ауырып, амбулатор кенәгәм тулып киткән ине. Ҡалыыыын. Беләгеҙме нисек дауаландым? Әсәйем өләсәйемдән буҙа эшләргә өйрәнеп, миңә шуны эсергән! Йәнә шифалы үләндәр эскәнмен.
Ул мәлдән тиҫтә йылдар үтте. Хәҙер тьфу-тьфу. Ауырымайым. Амбулатор кенәгәм дә йоҡа ғына, елберләп тора, ике битле генә)))
Шуға буҙаның көсөнә ныҡ ышанам. Әсәйемә рәхмәт! Әле лә буҙа эшләй.
Тағы бер ҡыҙыҡ: минең хаттарҙы күреп улдарым шаҡ ҡатты. Данис хатта: “Ул хат нисек Баймаҡҡа килеп етә ул?” – тип аптырай))))
Тормош алға бара, хат яҙышыуҙар онотола, хәҙерге йәштәр уны белмәй ҙә...Тик өләсәйҙәребеҙҙең дауаланыу алымы онотолмаһын ине! Сөнки улар ныҡ эффектлы!
Әйткәндәй, буҙа эсегеҙ!