12 апрель Космонавтика көнөндә “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы үҙенең йәш дуҫтарын “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк «Йырлы донъя Нурбостан» байрамына саҡыра. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә “Нурбостан” беренсе анимацион йәнһүрәте булдырылғайны.
- Был проект өҫтөндә әллә ҡасандан уйлана инек, былтыр уны тормошҡа ашырып ҡуйҙыҡ, - тине “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Пандемия арҡаһында былтыр презентацияһын онлайн рәүештә генә үткәреп, йәш тамашасыларыбыҙ менән БСТ каналында тура эфирҙа осрашҡайныҡ инде. Әммә быйыл “Нурбостан” байрамын уҙғарырға ҡарар иттек. Йәш дуҫтарыбыҙ менән осрашып, сериалдың тарихы менән танышыуҙы, геройҙары менән күҙмә-күҙ ҡарап аралашыуҙы мөһим тип һанайбыҙ”.
“Нурбостан”дың тәүге өлөшө 12 йәнһүрәттән тора. Башҡорт легендаларына һәм йолаларына нигеҙләнгән мауыҡтырғыс сюжеттар, танып-белеүгә ҡоролған мәғлүмәт, өҫтәл уйыны, социаль селтәрҙәрҙә уҙған конкурстар, «НУРТИН-банк» уйыны – былар барыһы ла проектты байыта, ҡыҙыҡлыраҡ итә.
Йәнһүрәтте булдырыусылар уның икенсе миҙгеле булыр тигән өмөттә.