+8 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апреля 2021, 05:20
ТОРМОШСАН ҺҮРӘТТӘР
Матбуғат йортонда "Һәнәк" журналының биҙәлеш мөхәррире Артур Вәсиловтың "Һәнәк" журналы биттәре буйлап" тигән карикатуралар күргәҙмәһе асылды. Уның тормошсан һүрәттәре, карикатуралары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй буйынса ла киң билдәле.Артур Вәсилов шулай уҡ "Аҡбуҙат"тың да алыштырғыһыҙ рәссамы. Баҫманың һәр һанында яҡты, сағыу һүрәттәре баҫыла килә. Балалар яратҡан рәссамдарының һәр ижад емешен һағынып көтөп тора.
Хеҙмәттәшебеҙгә ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"