8-10 апрелдә Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙасаҡ. Программала консультациялар биреү, йәмғиәт ойошмаларына методик ярҙам күрһәтеү, мәҙәни саралар, әҙәби осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
Төп сараларҙың береһе – Сорғотта башҡорт “Башҡорт теле – башҡорт иле” мәҙәни-тарихи йәкшәмбе мәктәбе асыу тантанаһы. Ханты-Манси автономиялы округында 40000 самаһы башҡорт йәшәй.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ойошторолған проект сиктәрендә ошондай мәктәптәр Силәбе өлкәһенең Магнитогорск, Миәс ҡалалары, Ҡыҙыл ауылында, Ырымбур өлкәһенең Орск, Ҡыуандыҡ ҡалаларында, Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында, Татарстан республикаһының Яр Саллы ҡалаһында ла асыла.
Проект Рәсәй субъекттарында тупланып йәшәгән ватандаштарыбыҙ араһында башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән