+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апрель 2021, 12:20

"АҠБУҘАТ" - ДҮРТӨЙЛӨЛӘ

Бөгөн Дүртөйлө районының Эске йылан ырыуы сиктәрендә әҙерләнгән сарала "Аҡбуҙат" журналы Йосоп ауылы мәктәбендә үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын үткәрә.Яҙғы каникул ваҡытына ҡарамай, балалар бөгөн мәктәптә. Журналдың баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы уҡыусыларға "Аҡбуҙат" журналы тураһында һөйләп, уның эстәлеге, рубрикалары менән таныштырҙы. Балаларға шәжәрәне, ата-бабаларыңды, ҡошоңдо, ағасыңды, ораныңды белеү кәрәклеген аңлатты.Баҫманың бүлек мөхәррире Зөбәйҙә Исламова балаларға төрлө темаға ҡағылышлы йомаҡтар систе. Балалар ихлас итеп яуап бирҙе, бер береһенең тауышын еңергә тырышып, урынынан булһа ла әүҙем ҡатнашып ултырҙы.Артабан Йосоп ауылы аҡһаҡалы Әхмәт Сафа улы Мостафин уҡыусыларҙы ошо ауыл шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Читайте нас: