-8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2021, 21:35

КӨЛӘМӘСТӘР

Зөбәйҙә Исламованан "Көлкө көнөнә" көләмәстәр ...Буранбай менән Илһам олатаһы янына умарталыҡҡа килделәр. Бабай үҙ алдына һөйләнеп: “Урман ситендәге умарталарыма айыу майы һөрткәндәр”, — тип көрһөндө. Малайҙар: “Ниңә уны һөртәләр икән?” — тип аптырап торғанда бер бал ҡорто “безләп” килеп Илһамдың танауына ҡаҙауын ултыртты. Ауыртыуға түҙалмаған малай: “Олатай, миңә лә айыу майы һөрт әле тиҙерәк, бәлки, улар беҙҙе саға алмай шыуып төшөрҙәр” — тип ҡысҡырҙы.

Быйыл беренселә уҡып йөрөгән Барыйҙы малайҙар ҡыҙыҡ итеп мәрәкәләйҙәр икән:
Ҡайҙа бараһың Барый?
Аяҡтарың бит арый,
Йөрө атҡа атланып,
Аяҡтарың шатланыр, — тип.
Ә Барый бер класташтарына, бер аяҡтарына аптырап ҡарай икән.
* * *
— Балалар, йылы яҡтан тәү башлап ниндәй ҡоштар ҡайталар? — тип һорай уҡытыусы.
— Ҡара ҡарғалар, —ти Рәйес. —Тик улар ҡайталар ҙа “ҡар ҙа ҡар” килеп ҡышты эҙләп тик йөрөйҙәр, — тип яуаплай.
* * *
Балалар бер-береһе менән: “Кем дә кем көслөрәк!” — тип һүҙ көрәштерә.
— Мин ҙу-ур машинаны бер ҡул менән генә этеп йөрөтә алам, — ти Ғаяз.
— Ә мин-нн һинән дә көслөрәк, — ти Айсыуаҡ. — Мин тракторымды баш осонда күтәреп йөрөтә алам!
Дуҫтарын тыңлап торған Шамил һис тә аптырамай:
— Эй, шул да буламы көс. Бына мин, һеҙҙең машина менән тракторығыҙҙан “һә” тигәнсе ҙу-ур тау эшләй алам, — ти, шаяртып.
Бер ни аңламаған малайҙар: “Эй, маҡтанма, йә, күрһәт!” — ти сәмләнеп. Шамил тегеләрҙең ҡулдарынан уйынсыҡтарын ала ла ҡапма-ҡаршы килтереп һөҙөштөрә. Тәтәйҙәр китә сәселеп. Шунан уларҙы йыйып өйә лә: “Бына һеҙгә тау! Ышандығыҙмы инде” — ти, көлә-көлә.
Ә тегеләр асҡан ауыҙҙарын ябырға онотоп ҡатып ҡалалар...
Читайте нас: