Ысынлап та, уйын балаларға аралашырға ярҙам итә, ул тупланған тәжрибәне тапшырырға, яңы белемдәр алырға, ҡылыҡтарға дөрөҫ баһа бирергә, кешенең оҫталығын, уның аңлауын, хәтерен, фекерләү һәләтен, күҙаллау һәләтен, күҙәтеүсәнлеге, иғтибарлылығы кеүек һыҙаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
29 март Бөрйән районы Исламбай ауыл китапханаһында, китапханасы Әхмәтйәнова Ф.Б. балаларҙың аҡыл-зиһенен, танып-белеүҙәрен, мейе эшмәкәрлеген, уйлау һәләттәрен үҫтереүсе өҫтәл уйындары уйнатты. Был уйындар балаланан артыҡ белем һорамай. Уйын барышында балалар һиҙмәйҙә ҡала, нимәгәлер өйрәнгәндәрен нығыталар, иғтибарлы булырға өйрәнәләр, хәтерҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтерәләр.