Билал ауылында үткән сираттағы сара тап ошондай исем аҫтында үтте. Нәфисә апай һәм Вәхәт ағай Әминевтар бәхетле олатай, өләсәй. Каникул осоронда уларҙың өйө ейән - ейәнсәрҙәренең шат тауышына күмелә. "Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналы"ғында китапханаға Нәфисә апай 6 ейәнсәре, 1 ейәне менән килде. Сибай ҡалаһынан килгән Наҙгөл, Әдилә, Фидан, Әминә, Айзилә, Әбйәлил районы Таштимер ауылынан килгән Илүзә, Айгизә һәм ауылдаштарыбыҙ, клуб мөдире Айгөл Сафина етәкселегендә, Сәғилә Ғайсина, Фатима Ғайсина, Әлфиә Һибәтуллина, Миңлебикә Ғайсина балалар менән бергә нәфис һүҙ һөйләне, йырланы, төрлө китаптарҙан өҙөк сәхнәләштерҙе, йомаҡтар ҡойҙо. Билал китапханаһына балалар өләсәйҙәре менән йөрөй. Ә һеҙҙә?