+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2021, 11:35

КЕСКӘЙ РӘМИ РОЛЕНДӘ - АРЫҪЛАН ҠЫРЫМСУРИН

"Шағир көндәлеге" картинаһын ижад итеү өсөн халыҡ та үҙ өлөшөн индерҙе. Был ҙур эштең өҙөмтәһе булып Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған фильмды төшөрөүсе төркөм яңынан эшкә тотона.Фильмда халыҡ шағиры Рәми Ғарипов төрлө йәш арауығында күрһәтеләсәк. Белеүебеҙсә, өлкән Рәмиҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров башҡара, ә үҫмерлек осорон Өфө сәнғәт институты студенты Линар Байымов һынландыра. Кескәй Рәми ролендә - "Һеңлекәш" фильмында танылыу алған Арыҫлан Ҡырымсурин. ...

Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.
Фильмды төшөрөүсе ижади төркөмгә уңыштар теләйбеҙ һәм бөйөк шағирыбыҙ тураһындағы кино сәнғәте өлгөһөн йәһәтерәк экрандарҙа көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: