+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2021, 11:09

КИТАП АША ДОНЪЯҒА ЮЛ АСЫЛА

Баймаҡ районы китапханаларында барған "Үҫмерҙәр һәм балалар китабы аҙналығы" Билал ауыл китапханаһында "Балаларға китап бүләк ит!" исемле акцияһы менән башланыуын хәбәр итә китапханасы Райхана Булатова.

"Акцияға иң беренселәрҙән булып Һәмән ауылында йәшәүсе Гөлшат апай Йәрмөхәмәтова ҡушылды.
- Балалар китап уҡыһын. Китап аша бөтә донъяға юл асыла. Китап уҡыған кешенең күңеле таҙа, белеме күп, насар уйҙарға ваҡыты әҙ ҡаласаҡ, - ти Гөлшат апай.
Хаҡ һүҙҙәр! Һеҙҙең менән тулыһынса килешәбеҙ! Рәхмәт!", - ти Райхана Эдуард ҡыҙы.
Читайте нас: