+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2021, 10:33

Кисә Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында әкиәт кисәһе үтте

Бала саҡта әкиәт илендә оҙағыраҡ йәшәп ҡалығыҙ, малайҙар, ҡыҙҙар!

Кисә Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында әкиәт кисәһе үтте. Өфө районының Балалар ижады йорто ойошторған “Йәш яҙыусылар клубы”нда шөғөлләнгән балалар үҙҙәре сығарған әкиәттәрен уҡыны унда.
Бала саҡ – әкиәтһеҙ, әкиәт балаларһыҙ булмай. Әкиәт мөғжизәләргә бай ил: унда хайуандар, ҡоштар һөйләшә башлай, йәнһеҙ әйберҙәр терелеп китә, тормошта бойомға ашмаҫ әйберҙәр ысынға әйләнә. Ә иң мөһиме: әкиәттәрҙә һәр ваҡыт яҡшылыҡ яуызлыҡты, яманлыҡты еңеп сыға.
Михайловкала урынлашҡан был ижад йорто “Лукоморье” тип исемләнгән әкиәт яҙыу буйынса конкурс үткәреүҙе Өфө районында ғына башлай. Тәүге йылдарҙа конкурсҡа килгән эштәрҙең һаны 30-ҙан артмаһа, быйыл 500-гә яҡын эш ҡабул ителгән. Һәм быйылдан был конкурс республика буйынса үткәрелә башлаған. Улай ғына ла түгел, быйыл уҡыу йылы башынан балалар өсөн онлайын рәүештә “Әкиәт яҙыу оҫталығы” үткәрелеп килде. Башҡорт телендә яҙғандар өсөн дәрестәрҙе шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар алып барҙы.Был дәрестәргә яҙыусыларҙы ла саҡырып, яҙыусылар үҙҙәренең әкиәт яҙыу серҙәре менән уртаҡлашты. “Элек инша яҙып, әкиәт, тип ебәреүселәр күп ине, быйыл иһә ысын әкиәттәрҙең күп булыуы һөйөндөрҙө. Әкиәт яҙыу буйынса үткәрелгән дәрестәрҙең файҙаһы был”, - тип кисәге осрашыуҙа был оҫталыҡ дәрестәренең әһәмиәте һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Был конкурс йыл да үткәрелә. Киләсәктә һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, ҡыҙҙар, малайҙар! Бала саҡта әкиәт илендә оҙағыраҡ йәшәп ҡалығыҙ!
Читайте нас: