+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2021, 09:25

БАЛАЛАР ҺӘМ ҮҪМЕРҘӘР КИТАБЫ АҘНАЛЫҒЫ

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендә Байғаҙы ауыл китапханаһында шағир әҙәби кисә үтте. Китапханасы, журналист Инсур Йәһүҙиндың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы "Йөрәгемдә ҡояш күтәрәм" исемле тормош юлы, ижады менән таныштырҙы, балалар авторҙың шиғырҙарын һөйләне.

Нәзилә Әлибакова башҡарыуында "Йондоҙҙарҙы килә күрәһем" шиғыры яҙыусы ижадының бар нескәлектәрен асып күңел ҡылдарын тирбәтте. Кисә һуңында тамашасылар "Төлкө килде ҡунаҡҡа" әҫәрен ҡурсаҡ театры башҡарыуында ҡаранылар.
Читайте нас: