+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2021, 13:30

"АҠБУҘАТ" - 48-СЕ КИТАПХАНАЛА

Өфө ҡалаһының 48-се балалар китапханаһында "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре менән йәнле осрашыу уҙҙы.Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығына ҡарата ойошторолған был сарала 107-се лицей уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар баҫманың баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаға төрлө һорауҙар бирҙе, шиғриәт, балалар китабы тураһында ҡыҙыҡһынды. Шағирәнең шиғырҙарын, биргән кәңәштәрен, ихлас теләктәрен ҡыҙҙар һәм малайҙар бик йылы ҡабул итте.Яуаплы сәркәтип Миңлегөл Тайсина шиғырҙарын уҡыны, бүлек мөхәррире Гөлнара Мостафина "Һағыҙаҡ балы" хикәйәһе геройҙарының мажаралары тураһында һөйләне."Аҡбуҙат" журналына һүрәттәрен, ижади эштәрен ебәрергә теләүсе балалар күп булды.Китапхана мөдире Римма Флүр ҡыҙы Гәрәеваға ошо күркәм сараны ойошторғаны өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Китап-журналдар уҡыусы балалар менән китапханағыҙ гелән тулып, гөрләп торһон!

Читайте нас: