+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2021, 18:00

Һәр сабый ата-әсәле булһын

Башҡортостанда ун йыл эсендә яңы тыуған балаларҙан баш тартыу осраҡтары ике тапҡырҙан артыҡҡа кәмегән.

Сабыйҙарҙан баш тартыуҙың иң йыш сәбәбе – ул түбән йәшәү кимәле. Ғаиләләрҙе был аҙымға ауыр хәлгә ҡалыу, даими йәшәү урыны булмауы, аҡсаһыҙлыҡ, бурыстар, кредиттар этәрә. Ҡайһы саҡ ата-әсәне баланың һаулыҡ торошо йәки ауырыу булып тыуыуы ҡурҡыта. Үҙ ихтыярынан тыш ауырға ҡалған ҡатындар ҙа ошондай ҡарар ҡабул итә.
2011 йылда республика роддомдарында 103 сабыйҙан баш тартҡандар, уларҙың араһынан дүрт әсә бәлиғ булмаған.
2012 йылда – 127 баш тартыу һәм ете бәлиғ булмаған әсәй.
20214 йылда Өфөләге Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау вәкиллеге “Саторис” психологик, социаль, медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәге базаһында балаларҙан баш тартыу буйынса профилактика хеҙмәте булдыра. Уның төп маҡсаты – бындай осраҡтарҙы булдырмау. Үҙәктең эшмәкәрлеге көрсөк кисергән ваҡытта ҡатын-ҡыҙға ярҙам итеү, уны был аҙымға барыуҙан аралау.
Үткән йылдың сентябрь айында “Ғаилә” республика үҙәге махсус семинар ҙа ойоштора, унда опека органдары, медицина, социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәрен яңы тыуған балаларҙы ғаиләләрендә һаҡлап ҡалыу мәсъәләһен хәл итергә өйрәтәләр.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: